Иғтибар! Кеше юғалды
Өфө полиция хеҙмәткәрҙәре 1999 йылғы Әлмир Дергуновты эҙләй. Ул кисә иртәнсәк Ҡулса урамында урынлашҡан 80-се мәктәпкә уҡырға китә һәм ҡайтмай. Үҫмерҙең ата-әсәһе полицияға мөрәжәғәт итә. Әле эске эштәр органдарының етмештән ашыу хеҙмәткәре – бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар, участка уполномоченныйҙары, енәйәти эҙләү һәм патруль-пост хеҙмәткәрҙәре юғалған баланы эҙләүгә йәлеп ителгән. Улар малайҙың дуҫ-таныштарынан һорау ала, сарҙаҡ-подвалдарҙы тикшерә.