Новости
8 Апрель 2013, 13:39

Енәйәт эшен ҡуҙғатыуға өс метр ара үтеү ҙә етә

Өфө районында полиция хеҙмәткәрҙәре автомобиль урлаусыларҙы ҡулға алған. Әйтергә кәрәк, транспорт сараһын урларға уйлаусылар ни бары бер нисә метр ғына үтергә өлгөрә, ләкин был факт уларҙы закон алдында яуаплылыҡтан ҡотҡармай. 4 апрелдә, төнгө сәғәт дүрттә Дмитриевка ҡасабаһында йәшәүсе кеше полиция бүлегенең дежур часына уның «Нива» автомобилен билдәһеҙ кешеләр ҡыуып китергә теләүе тураһында хәбәр итә. Зыян күреүсе белдереүенсә, автомобилде өйөнөң урамында тораҡҡа ҡуйған була. Төндә күршеһе тәмәке тартырға балконға сыҡһа, «Нива»ның урамдан сығып барғанын күрә. Күршем таң менән ҡайҙа китте тип, был кеше уға шылтырата, ләкин автомобиль хужаһы өйөндә йоҡлап ятҡан була.

Читайте нас