Новости
26 Март 2013, 16:54

Өфө янындағы йылғалар боҙҙан иртәрәк асыласаҡ

Баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Граждандар оборонаһы идараһының начальнигы Александр Сопин белдереүенсә, ҡариҙел йылғаһы 4-10 апрелдә, Дим – 8-14 апрель, Ағиҙел 5-11 апрелдә боҙҙан асыласаҡ. Был иһә ғәҙәти сроктарҙан бер-ике көнгә иртәрәк тигәнде аңлата. Йыл да һыу баҫҡан Затон, Дим, Нижегородка биҫтәләре халҡы менән инструктаж үткәрелгән, ауырлы ҡатындар һәм сирлеләр иҫәбе алынған, бөтә хеҙмәттәр әҙерлек режимына күсерелгән. Әйтергә кәрәк, һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындарҙа 744 йорт һанала һәм 2880 кеше йәшәй.Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдереүенсә, һыу баҫыу йылғаларҙың ташыуынан ғына түгел, ә ҡар иреүҙән дә булыуы мөмкин. ҡала мэры шулай уҡ яуаплы хеҙмәттәргә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ямғыр коллекторҙарын таҙартырға һәм урамдарҙа һыу йыйылыуын булдырмаҫҡа бойорҙо.

Өфө янындағы йылғалар боҙҙан иртәрәк асыласаҡӨфө янындағы йылғалар боҙҙан иртәрәк асыласаҡ
Өфө янындағы йылғалар боҙҙан иртәрәк асыласаҡ
Баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Граждандар оборонаһы идараһының начальнигы Александр Сопин белдереүенсә, ҡариҙел йылғаһы 4-10 апрелдә, Дим – 8-14 апрель, Ағиҙел 5-11 апрелдә боҙҙан асыласаҡ. Был иһә ғәҙәти сроктарҙан бер-ике көнгә иртәрәк тигәнде аңлата. Йыл да һыу баҫҡан Затон, Дим, Нижегородка биҫтәләре халҡы менән инструктаж үткәрелгән, ауырлы ҡатындар һәм сирлеләр иҫәбе алынған, бөтә хеҙмәттәр әҙерлек режимына күсерелгән. Әйтергә кәрәк, һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындарҙа 744 йорт һанала һәм 2880 кеше йәшәй.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдереүенсә, һыу баҫыу йылғаларҙың ташыуынан ғына түгел, ә ҡар иреүҙән дә булыуы мөмкин. ҡала мэры шулай уҡ яуаплы хеҙмәттәргә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ямғыр коллекторҙарын таҙартырға һәм урамдарҙа һыу йыйылыуын булдырмаҫҡа бойорҙо.
Читайте нас