Новости
7 Октябрь 2011, 18:05

Осрашыуҙы көткәндәргә ҙур тамаша әҙерләйҙәр

Осрашыуҙы көткәндәргә ҙур тамаша әҙерләйҙәрХ. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 12 октябрь тамашасыларын «Осрашыуҙы көтәһеңме? Ул буласаҡ!» тип исемләнгән 73-сө ижад миҙгелен асыу танатанаһына йыя. Йәй буйы яратҡан артистарын һағынып көткән тамашасыларға филармония матур байрам бүләге лә әҙерләгән. Театрлаштырылған тамашала өлкән быуын артистары ла, йәштәр ҙә ҡатнаша. Нәзифә ҡадирова, Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Сәйҙә Ильясова, Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Миңзифа Исҡужина менән Артур Туҡтағолов, «Каруанһарай», «Далан» төркөмдәре, Урал Мортазин, Руслан Сәйфетдинов, Вадим Зәкиев, Айгиз Ғиззәтуллин, Юлиә Чигвинцева (Ғәбитова) һәм Халыҡ милли музыка ҡоралдары оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы, эстрада-джаз оркестры тамашасыларҙы яңы номерҙар менән ҡыуандырасаҡ.

Тере тауыш, юмор менән һуғарылған сығыштар, һағындырып киткән йырҙар ҙа тамашасы күңелендә үҙ урынын табыр.
Был ижад миҙгеле үҙенең бер яңылығы менән дә иғтибарҙы йәлеп итерлек - филармония тамашасылары өсөн бер-нисә концертлыҡ абонементтар ҙа әҙерләгән. Уны һатып алыу кеҫәлә күпмелер аҡсаны һаҡлап алып ҡаласаҡ. «Абонементтарҙы фойела һатып алырға була,» - тип хәбәр итте тамашаның режиссеры Сулпан Асҡарова.
Читайте нас