Новости
7 Июнь 2011, 08:36

Кемдең ҡымыҙы иң тәмлеһе булыр?

Баймаҡ районының Темәс ауылында 18 июн­дә үтәсәк һабантуйҙа ҡы­мыҙсыларҙың район конкурс-күргәҙмәһе лә ойош­тороласаҡ. Ул Темәс ауылы халҡы ла әүҙем ҡушылған «Айыҡ ауыл – 2011» республика конкурсына ба­ғышлана. Унда баш­ҡорт милли эсемлеген шәхси етештереүселәр генә ҡатнашасаҡ. Кон­курста ҡатнашҡан һәр кеше шифалы эсемлектең «ви­зит карточкаһы»н тәҡдим итәсәк. «Темәс» башҡорт та­рихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Нур ҡолмырҙин әй­теүенсә, был сара иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартырға теләүселәр өсөн бик ҡулай буласаҡ, шулай уҡ халыҡ үҙ ата-бабаларының мәҙәни ми­раҫына ғәмәлдә ылыҡ­тырыласаҡ.

Баймаҡ районының Темәс ауылында 18 июн­дә үтәсәк һабантуйҙа ҡы­мыҙсыларҙың район конкурс-күргәҙмәһе лә ойош­тороласаҡ.
Ул Темәс ауылы халҡы ла әүҙем ҡушылған «Айыҡ ауыл – 2011» республика конкурсына ба­ғышлана. Унда баш­ҡорт милли эсемлеген шәхси етештереүселәр генә ҡатнашасаҡ. Кон­курста ҡатнашҡан һәр кеше шифалы эсемлектең «ви­зит карточкаһы»н тәҡдим итәсәк.
«Темәс» башҡорт та­рихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Нур ҡолмырҙин әй­теүенсә, был сара иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартырға теләүселәр өсөн бик ҡулай буласаҡ, шулай уҡ халыҡ үҙ ата-бабаларының мәҙәни ми­раҫына ғәмәлдә ылыҡ­тырыласаҡ. Был һабантуй байрамына мәр­тәбә өҫтәйәсәк.

Р. БАЙЫШЕВА.
Читайте нас