Новости
27 Сентябрь 2010, 13:53

Рәхмәт, изгелек эшләнегеҙ!

ҡала урамы мәж килә. Шулай булмай, йома, киске сәғәт етенсе, бөтәһе лә эштән сыҡҡан һәм өйҙәренә ҡайта. Автобустар туҡталышта ҡысҡырта-ҡыстырта бер-береһен ҡыуа, юл бир, йәнәһе. Үҙебеҙҙең «НефАЗ» автобусының 74-се маршрутына ултырып йөрөйөм мин. Был юлы ла елдәй етеҙ автобусҡа инеп урынлаштым. Шым ғына салонға күҙ йүгертәм – кеше бик күп түгел, һәр кемдең үҙ ғәме. Ана, бер егет ултырғысҡа ҡыйшайыңҡырап ятҡан, янында ҡултыҡ таяҡтары, ә-ә, инвалид икән.

Читайте нас