Махсус биттәр
5 Сентябрь , 19:00

Йондоҙнамә (7 – 13 сентябрь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Аҙна көтөлмәгән хәлдәргә бай булырға оҡшай. Шишәмбелә аҡсалата сығымдарығыҙға ҡарата үтә иғтибарлы булығыҙ. Шаршамбынан һуң бөтөнләй уйламаған эш менән шөғөлләнерһегеҙ, моғайын.

Йондоҙнамә (7 – 13 сентябрь)Йондоҙнамә (7 – 13 сентябрь)
Йондоҙнамә (7 – 13 сентябрь)

 

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Мәл элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе ялғар өсөн уңайлы. Тырышһағыҙ, аҙаҡ һис тә үкенмәҫһегеҙ. Кесе йомала уйламаған килем алыуығыҙ ихтимал. Йондоҙҙар кеше йомоштары менән артыҡ мауыҡмаҫҡа ҡуша.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Күпселек мәсьәлә һеҙҙең файҙаға еңел хәл ителер. Шулай ҙа ҡайһы бер фекерҙәштәрегеҙ ысын йөҙөн күрһәтер һәм ышанысығыҙҙы аҡламаҫ һымаҡ. Ундайҙарҙы артабан яҡын килтермәүегеҙ дөрөҫ булыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Алдына етди маҡсат ҡуйғандар мотлаҡ уңыр. Башҡалар көндәлек юҡ-бар менән генә булышыр. Бәғзеләр тап был арала элек беленмәгән көслө яҡтарын күрһәтә алыр. Кесе йомала кемдер һеҙгә ниндәйҙер дәғүә белдерер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Мәл күптән уйлап йөрөгәнде ғәмәлгә ашырыу өсөн уңайлы. Эш урынығыҙҙа ҡайсаҡ бик етди мәсьәләләр ҡалҡып сығыуы ла мөмкин. Кемдер кеше хаталарын төҙәтеүҙе һеҙгә япһарып маташыр. Быға ҡәтғи ҡаршы төшөгөҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Йондоҙҙар был арала яҡындарығыҙға ҡарата үтә иғтибарлылыҡ күрһәтергә ҡуша. Мөһим сәбәп булмаһа ла, уларҙың күңелен табырға тырышығыҙ. Аҙаҡ бының бик ҙур сауабы тейер. Шәмбелә аҡса менән бик һаҡ булыуығыҙ хәйерле.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Аҙна етди мәсьләләрҙе тикшереү өсөн уңайлы. Элек улар бәхәстәр тыуҙырһа, был юлы барыһы ла тыныс үтер. Фекер алышыу ваҡытында кемдер яңы фекерҙәш тә табыр, бәлки. Ҡайһы бер элекке ҡаршылыҡтар ҙа онотолор.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Йондоҙҙар был арала яҡын туғандарығыҙ менән күберәк булырға кәңәш итә. Аралашыу файҙалы үтер, күңелегеҙ ҙә урынына ултырыр. Йомала һаҡ булығыҙ, был көндә хаталаныу ихтималлығы арта.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Осор барышында көтөлмәгән хәлдәр осрамаҫҡа тейеш. Тик иғтибарлылыҡ тураһында онотмағыҙ. Ышанысһыҙ кешеләрҙән дә ары тороуығыҙ хәйерле. Улар янығыҙҙа юҡ түгел. Шәмбелә сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Ваҡиғалар барышының бәғзеләргә оҡшамауы ла ихтимал. Шулай ҙа ашыҡмай, уйлап эш итеүегеҙ дөрөҫ булыр. Шаршамбыла өйҙә лә, эштә лә эс бошорғос бәхәстәр килеп сығыуы бар. Уларҙы яйға һалыу ауыр барыр һымаҡ. Аҡса етмәү һәр саҡ һиҙелеп торор.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Һеҙҙе төрлө ваҡиғаларға бай аҙна көтә. Улар ыңғай һәм кире хәлдәр менән аралашып килер. Мөмкинлектәрегеҙҙән сығып эш итһәгеҙ, осорҙо хатаһыҙ һәм уңышлы тамамларһығыҙ. Етди эштәр башҡарғанда ярҙам эҙләрһегеҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Яҡындарығыҙ менән аралашыу һеҙҙән һәр саҡ түҙемек талап итер. Йондоҙҙар уларға ҡарата йомшағыраҡ булырға кәңәш итә. Төрлө быуын араһында ҡыҙыу бәхәстәр ҙә килеп сығыуы ихтимал. Бындай ваҡытта артыҡ үҙ һүҙле булырға кәрәкмәҫ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас