Махсус биттәр
12 Июня , 19:00

Йондоҙнамә (15 – 21 июнь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Бәғзеләр үҙҙәре өсөн ниндәйҙер мөһим хәбәрҙе көтөр. Уның килеүе һеҙ уйлағанса булмаҫ, бер аҙға һуҙылыр һымаҡ. Кесе йомала иғтибарлыраҡ булығыҙ, осраҡлы күренгән ваҡиғалар башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуҙырыр.

Йондоҙнамә (15 – 21 июнь)Йондоҙнамә (15 – 21 июнь)
Йондоҙнамә (15 – 21 июнь)

 

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Көндәр яҡшы үтер. Тик ҡайһы бер нәмәләргә артыҡ иғтибар бирмәҫкә кәңәш ителә. Шаршамбыла айырым хаталар ебәреүегеҙ ихтимал, улар дөйөм хәлегеҙгә әллә ни йоғонто яһамаҫ. Йомала аҡса килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Йондоҙҙар был арала һәр саҡ эске тауышығыҙға таянырға ҡуша. Уның ярҙамы менән мотлаҡ дөрөҫ юлдан барырһығыҙ. Кесе йоманан һуң алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Был арала бәғзеләр элекке бәйләнештәрен тергеҙер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Икеләнеүегеҙҙе онотһағыҙ, үҙегеҙҙе күпкә ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ. Шаршамбыла бик ҡатмарлы мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Йомала үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе яңылыш баһалауығыҙ ихтимал.

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна бигүк уңышлы көтөлмәй. Шулай ҙа был арала алған тәжрибәнең киләсәктә кәрәге тейәсәк. Кесе йомала ниндәйҙер ауырлыҡтарға осрарһығыҙ. Ярҙам һорамағыҙ, башҡаларҙың кәңәше башығыҙҙы бутар ғына.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Мәл күптән үҙгәрештәр көтөп йөрөгәндәр өсөн уңайлы. Артабан барыһы ла үҙ ныҡышлығығыҙға бәйле булыр. Күпселектә үҙаллы эш итерһегеҙ, ярҙамға һис тә өмөтләнмәгеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һәйбәт осор. Күпте башҡара алырһығыҙ, моғайын. Тик эшегеҙҙең йомғаҡтарын байтаҡ ваҡыт үткәс кенә күрерһегеҙ. Һеҙгә кәңәш биреүселәр ҡапыл күбәйеп китер һымаҡ, рәхмәт белдереп, барыһын да үҙегеҙсә эшләгеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Ҡатмарлы мәсьәләләргә тотонор алдынан, ныҡлап уйларға ҡушыла. Бының өсөн уңайлы мәл етмәгән һымаҡ. Янығыҙҙа ярҙамға килерлек кешеләр ҙә юҡ, буғай. Кесе йомала ниндәйҙер ҡаршылыҡ үҙен белдерер, бәлки.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән бер нисек тә ҡотола алмаҫһығыҙ. Шулай ҙа аҙнаның йомғаҡтары яҡшы буласаҡ. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар, мөмкинлектәрегеҙ ҙә киңәйер. Йомала өмөтлө осрашыу булыуы ихтимал.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна яҡшы яңылыҡтарҙан башланып китер. Ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн мөмкинлек тыуыр. Артабан ҡыйынлыҡтар күбәйер һымаҡ. Элек иғтибар итмәгән юҡ-бар нәмә эсегеҙҙе бошорор.

Саян (24.10 – 22.11)

Иң яҡын кешеләрегеҙ менән дә ҡаршылыҡтар килеп сығыуы бар. Ҡайсаҡ хәлдең үпкәләшеүгә лә етеүе ихтимал. Кесе йомала ниндәйҙер етди һөйләшеү булыр, моғайын. Бында үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тотоуығыҙ ныҡ ярҙам итер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Дүшәмбенән үк әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, бер көндә бер нисә мөһим эште тамамларһығыҙ. Үҙ көсөнә шикләнгәндәр әллә ни ырата алмаҫ. Шәхси тормошоғоҙҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыр.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас