Махсус биттәр
5 Июнь , 04:38

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан «Салауат» йәмғиәте коллективы директор Таһир Бәхтигәрәев етәкселегендә Әбйәлил районының Дәүләт ауылында йәшәүсе Нурзилә Исламғолованың хәлен белергә барҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2024 йылда ҡыҙ бала янғын фажиғәһендә ауыр йәрәхәт алғайны. Ул үҙенең бәләкәй һең­леләрен ҡотҡарғанда  тәне бешкән. Күп операция үткәргәндән һуң бар­лыҡҡа килгән ҡатмарлыҡ арҡаһында Нурзилә йөрөү һәләтен юғалта һәм оҙайлы, етди реабилитацияға мохтаж була.
РМК-ның Хәйриә фонды һәм «Салауат» йәмғиәте ярҙамы менән Нурзилә Екатеринбург ҡалаһындағы Волкова кли­никаһында дауалана һәм тергеҙеү курсы үтә. Табиптарҙың юғары һө­нәрилеге, иғтибары һәм хәстәрлеге ысын мәғә­нәһендә мөғжизә тыуҙыра – ҡыҙ яңынан үҙ аллы йөрөй башлай.
Бөгөн Нурзилә ғаиләһенең һөйөүе һәм хәстәрлеге менән уратып алынған тыуған йортонда йәшәй. Ата-әсәһе Гөлсибәр һәм Юлдаш Исламғоловтар дүрт бала тәр­биәләй.
Осрашыу барышында Нурзилә үҙе­нең уҡыуҙағы уңыштары һәм ҡаҙа­ныштары тураһында һөйләне. 
– Мин дүртенсе класты тик “бишле” билдәләренә генә тамамланым! – тип шатлығы менән ур­таҡ­лашты ул.
Әңгәмә ваҡытында Таһир Тимербай улы ҡыҙҙың һаулығын тергеҙеү барышы менән ҡыҙыҡһынды, әсәһе Гөлсибәр Исламғолова менән килә­сәктә кәрәк буласаҡ ярҙам мәсьә­ләләрен дә ҡараны.
– Июнь айында ҡабаттан тикше­релергә йыйы­набыҙ. Табиптар Нур­зиләнең һаулыҡ торошон баһалап, уны артабан реабилитациялау буйынса тәҡдимдәр бирәсәк, – тине әсәһе.
Осрашыу аҙағында компания вә­килдәре Ислам­ғоловтар ғаиләһендәге бөтә балаға ла бүләктәр тапшырҙы һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле бала саҡ һәм яҡты киләсәк теләне.

Г. АСАИНОВА.
В. Рәхимова фотоһы.

Читайте нас