Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
16 Октябрь 2025, 21:55

Юғалтыу

Миләүшә оло ҡумтаға илай-илай ҡустыһы Рузилдең кейемен тултырҙы. Шкаф кәштәһенән алған һәр күлдәк, салбар, хатта ойоҡбаш та уның менән булған ниндәйҙер берәй тарихты иҫкә төшөрә, бөхтәлеген, зауығын һөйләй. Ҡатын һәр әйберҙе ҡулына алған һайын, туғанын һөйгәндәй, уларҙы һыйпап-һыйпап алды, ҡайһы берҙәрен күкрәгенә ҡуйып ҡосҡандай итте. Һигеҙ йәшенән тома һуҡыр ҡалған ҡустыһының матурлыҡҡа ғашиҡ булып йәшәүе уны һоҡландыра ла, аптырата ла ине. Бына әле лә кейеме араһында бер генә тишелгәне йәки иҫкергәне юҡ. Ташлауы йәл, ә хәҙер кеше кешенекен кейеп бармай. Шап-шаҡтай, матур кейемде нимә эшләтергә белмәй, өс айға яҡын шул килеш кәштәлә ятҡырғайны инде. Үткән аҙнала янғында зыян күреүселәр өсөн ярҙам һораған иғланға юлыҡҡас ҡына Миләүшә уларҙы изге эшкә ебәрергә ниәтләне.

Юғалтыу
Юғалтыу


Рузилдең йәшәйеше күптәргә өлгө булды: бер ваҡытта ла үҙен йәлләп, йәлләтеп ултырманы, тулы тормош менән йәшәне. Бәләкәй генә ихатала үҫкән сәскәләр, матур һауыт-һаба, йыйнаҡ өй, зауыҡлы кейем – белмәгән кешеләр уның күҙҙәре күрмәгәнгә ышанманы ла. Бармаҡтары, устары менән һыйпап ҡына ҡарап та ул әйберҙең сифатын һәм матурлығын билдәләй алыр һәләткә эйә ине. “Күҙҙәре күрһә, нисек йәшәр ине икән?” – тип уйлап ҡуя ине апаһы ла. Егет бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырманы, йә музыка тыңланы, йә махсус алфавит менән китаптар уҡыны. Аҙаҡҡы ике йылда инвалидтар өсөн булдырылған онлайн дәрестәрҙә психологияны һәм инглиз телен өйрәнде.
Тулы тормош менән йәшәгән, һуҡыр­лығынан трагедия яһамаған егеттең үҙ-үҙенә ҡул һалыуына бер кем дә ышанырға теләмәне. Ваҡиға урынына килгән хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре лә, тәфтишсе лә, хатта шаһит итеп саҡыртылған күрше-тирә лә өйҙәге һәр әйберҙе ентекле тикшерҙе, энә күҙәүенән үткәрҙе. Һәр кем енәйәт эҙен эҙләне. Миләүшә генә, ҡустыһының йәшәү йәмен ни өсөн юғалтыуын аңлап, сараһыҙлыҡтан иланы ла иланы.
...Рузил менән Миләүшәләр ҡала ситен­дәге шәхси биҫтәлә үҫте. Бында дуҫлыҡ, татыулыҡ ине, хас та ауыл тормошо кеүек. Ҡунаҡҡа йөрөшөүҙәр, өмәләр, байрам­дар... Балалар ҙа бер туғандар кеүек аралашып, дуҫ булып йәшәне. Иртәнсәк бер өйөр булып яҡындағы мәктәпкә баралар. Ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе “текә” ма­лайҙарҙың мыҫҡыллауына ла, мөнәсәбәт асыҡлауына ла бергәләп йөрөнөләр, бер кемде лә кәмһетергә юл ҡуйманылар. Мәктәпкә барған йылда медицина тик­шереүе үткәндә Рүзилдең баш мейеһендә ниндәйҙер ҡатмарлы ауырыу таптылар. Ауыртыныуһыҙ, һыҙланыуһыҙ барлыҡҡа килгән сир тиҙ арала күреү һәләтен юҡҡа сығарҙы – малай ике йыл эсендә тома һуҡыр ҡалды. Дуҫ-иштәре, туғандары уны ауыр саҡта ташламаны, тормошон еңеләйтеү өсөн мөмкинлек тыуҙырырға тырышты.
Егет махсус мәктәптә уҡыны. Ә копьютерҙар курсын тамамлаған йылда уларҙың әсәһе мәрхүмә булды. Миләүшә ул ваҡытта кейәүгә сыҡҡайны инде, ярҙам кәрәкһә, тип ҡустыһына бергә йәшәргә тәҡдим иткәйне, ризалашманы. Шул саҡта ул апаһына үҙенең оло серен систе лә инде.
– Апай, был йорттан күсеп киткем килмәй, ошонда ҡалам. Әлбиттә, был – уртаҡ мираҫ. Әгәр риза булһаң, һинең өлөштө аҡсалата бирәм...
– Туғаным, беҙгә мираҫ кәрәкмәй. Бары тик бер үҙеңә шәхси йортта йәшәүе ауыр булыр, тип кенә беҙгә күсергә тәҡдим иткәйнем. Беҙгә лә бында йәшәүе уңайлы түгел, эшебеҙгә йөрөүе алыҫ... Әлегә балалар юҡ, еҙнәң менән икәүбеҙ генә, бәлки, күсерһең? Унан ҡала, ғүмер буйы яңғыҙ булмаҫһың, тип уйлайым. Өйләнергә лә ваҡыт инде, ике класташыңдың туйында йөрөнөң түгелме?
– Минең өсөн борсолмағыҙ, йәшәргә мөмкинлектәр булыр. Мәшәҡәтемде һалмаҫҡа тырышырмын. Ә өйләнеүгә килгәндә... Күрше ҡыҙы Санияны яратам. Шуға ла бынан киткем килмәй. Тормошомдоң берҙән-бер йәме, мәғәнәһе ул. Унда-бында тауышын ишетһәм дә, уның яҡында ғына йәшәүен белһәм дә күңелемә рәхәт.
– Рузил ҡустым, хыял менән йәшәргә ярамай...
– Апай, барыһын да аңлайым. Мин уға тиң түгел. Әммә йөрәккә бит бойороп булмай. Ҡыҫҡаһы, уның барлығына шатланып ҡына ошонда йәшәгем килә...
Миләүшә ҡустыһының хистәрен яҡшы аңлай. Ике йәшкә бәләкәй күрше ҡыҙы тәпәй баҫып, урамға сыҡҡандан алып Рузил уны эйәртеп йөрөттө. Бергә уйнанылар, серләштеләр, әрләшеп тә китәләр ине. Дуҫының күҙҙәре күрмәй башлағас, алты йәшлек Сания балаларға хас булмаған аҡыллылыҡ күрһәтте: хәлен аңлап, гел янында булды. “Рузил ағай, ҡайғырма, йәме. Беҙ һиңә һәр ваҡыт ярҙам итербеҙ...” – тип тәтелдәп кенә торҙо. Уйынға ла, мәктәпкә лә етәкләп кенә үҙе йөрөттө. Малай махсус мәктәпкә уҡырға ингәс, интернатта йәшәне. Аҙна аҙағы етһә, мәктәптән ҡайтышлай уҡ ялға ҡайтҡан Рузилде күрергә ҡыҙ уларға инә лә, урамдың һәм мәктәптең яңылыҡтарын һөйләй, үҙенең хәлдәрен һораша. Аҙна буйы ашханала ашаған дуҫын тәмлекәстәр менән һыйлай. Был дуҫлыҡ уларҙы ғүмере буйы оҙатып барҙы.
Рузилдә дуҫлыҡ хистәре яйлап мө­хәббәткә, һөйөүгә әүерелһә, Сания һаман да уны серҙәше итеп күрҙе. Класташ малайына кисергән тәүге хистәрен дә, ата-әсәһенән ҡасып ҡына осрашыуға йөрөүен дә, хыянат кисереп тетрәнеүен дә дуҫына һөйләне. Ә егет уны өркөтөүҙән ҡурҡып, тойғоларын бөтөнләй һиҙҙермәне. Ва­йым­һыҙ күренергә тырышып, кәңәштәрен бирҙе, бер егеткә лә баш була алмайһың, тип шаяртып та маташты. Күңелендә иһә ниндәй ғазап-ялҡындар дөрләүен үҙе генә белде. Һиҙемләүе көслө булған егет Санияның үтә лә матур, сибәр булып буй етеүен белдеме әллә изгелекле йөрәге, саф күңеле өсөн яраттымы – Миләүшә һорарға ҡыйманы. Рузил уны көтөп, яратып йәшәүен дауам итте. Яңы алған фа­тирҙарына аят ашы үткәрергә теләп, ҡустыһын ҡунаҡҡа саҡырғайны.
– Миләш, әйҙә аят ашын йома көнө үткәрегеҙ. Шаршамбы Санияның дәресе иртәрәк бөтә лә, минең яныма инеп ултыра. Ә кесе йомала икәүләп джаз оркестры концертына барырға һөйләштек. Аҙна буйы көткән шатлығымдан мәхрүм ҡалғым килмәй, – тип үтенесен туранан-тура еткерҙе. Ризалашты апай кеше.
Рузил өлөшөнә ошолай самалап ҡына төшкән бәхетенә лә риза булып йәшәр ине. Тик аяуһыҙ яҙмыш унан да мәхрүм итте: институттан ҡайтырға сыҡҡан ҡыҙҙы ҡала урамында машина бәрҙереп китте. Сания өс көн комала ятып, иҫенә килә алмайынса вафат булды. Ул мәлдә Миләүшә көн-төн тигәндәй туғаны янында булырға тырышты. “Кеше үлеменә оҙаҡ ҡайғырырға ярамай. Илау 40 көндән артһа, мәрхүмдең йәне һыу эсендә булыр, тигәндәрен ишеткәнем бар. Йыуатма, апайым, илар ваҡытым бар әле минең”, – тине бер көндө.
Һуҡырайғас та, әсәһе вафат булғас та, Сания башҡа егет менән дуҫлашҡанда ла төшөнкөлөккә бирелмәгән ҡустыһы был юлы ла ҡайғыһын еңеп сығыр, тип өмөт итте. Рузил элеккесә ихаталағы гөлдәрен тәрбиәләне, апаһы менән еҙнәһе эштән һуң килеүенә ашарға әҙерләне, инглиз телен өйрәнеүен дауам итте. Берҙән-бер көндө ул:
– Һәр кемдең үҙ тормошо, үҙ мәшәҡәттәре бар. Мин бит әле бөтөнләй эштән сыҡҡан кеше түгелмен, үҙегеҙгә ҡайтығыҙ. Ярҙам кәрәкһә, ауыр булып китһә, телефон бар – шылтыратырмын, – тине.
Уның ғәҙәти тормошҡа ҡайтыуына ышанып етмәһә лә, Миләүшә ҡурсыуы, хәстәрлеге менән ялҡытмаҫ өсөн үҙ фатирҙарына ҡайтырға ризалашты. Тәүге аҙна тыныс үтте. Рузил кис һайын шылтыратып хәлдәрен һөйләне, ял көнө мунса яғып, аш әҙерләп ҡунаҡҡа саҡырып алды. Төштән һуң Санияның ҡәберенә алып барыуҙы һораны. Ихаталағы сәскәләрҙән ҙур гөлләмә әҙерләп алып барҙы. Тыныс ине ул, иламаны. Бары тик белгән доғаларын уҡыны, дуҫлығы, изгелеге өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
– Әллә яңғыҙың ғына ҡалғың киләме? Беҙ ситкә китеп тора алабыҙ...
– Юҡ, күңел тынысланмаҫмы, тип кенә килгәйнем. Мәңгелек юғалтыу яралары уңалмай икән ул. Ҡайтайыҡ, инде Санияның үлеме ысын икәненә ныҡлы ышандым. Ерләгән көндә нисектер томан араһында йөрөгән кеүек инем. Төш кеүек тойолоп китә ҡайһы ваҡытта. Тик бына бит, ысынбарлыҡтан ҡасып булмай...
Юл буйы һөйләшмәй генә ҡайттылар. Шулай ҙа өйҙә егеттең теле асылды. Урамдарында йөрөгән берәҙәк этте йыуындырып, ветеринар клиникала тикшертеп, үҙе янына алырғамы икән, тип кәңәш һораны. Туңдырғыста ятҡан дүрт килограмдай ит фаршын ҡайтыр алдынан апаһына тотторҙо: “Ҡайһы саҡта магазин ярымфабрикаттары ялҡытып китә. Ошонан уртаҡ итеп манты, билмән эшлә әле. Ваҡытың булһа, бәлки, әсәй кеүек итеп бишбармаҡ та ҡырҡып киптерерһең...” Киләсәккә пландар ҡорған туғанына ҡарап, Миләүшәләр тыныс күңел менән фатирҙарына юлланды.
Иртәнге мәшәҡәттәре менән булған арала ул тиҙ-тиҙ генә телефонына күҙ йүгертте. Ҡустыһынан килгән тауышлы хәбәрҙе ул аҙаҡҡа ҡалдырҙы – ғәҙәттә ул апаһына хәйерле иртәләр теләп, матур йыр йә видеоклип ебәрә. Был юлы ла иртәнге табынды әҙерләп, өҫтәл артына барып ултырғас ҡына Рузилдең хәбәрен асты. “Апай, ғәфү ит, һине ҡайғыларға һалһам. Тик мин Санияһыҙ йәшәй алмайым. Сабыр итергә лә, юғалтыуға күнергә лә тырыштым. Килеп сыҡмай. Инде мине был донъяла бер ни ҙә тотмай. Ғәфү ит, әгәр булдыра алһаң...”
Ишеткән хәбәренең нимә аңлатыуын тәүҙә аңлай алмайыраҡ торҙо. Бер нисә минуттан ғына күңеле, ҡурҡыныс хәл булыуын һиҙемләп, ысынбарлыҡҡа ҡайтты. “Фәни-и-ил! Рузил янына барырға кәрәк!” – тип ҡысҡырҙы ла, бер ыңғайҙан кейенергә лә, әйберҙәрен йыйырға ла тотондо.
Яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы сабыр үткән Рузил үҙ үлеменә лә тыныс ҡына әҙерләнгән булып сыҡты. Апаһы менән еҙнәһен оҙатҡас, аш-һыу бүлмәһендәге һауыт-һабаны тәртипкә килтергән. Миләүшә йыуған керҙәрҙе тәңкләп, шкафтарға урынлаштырған. Хатта алдан уҡ үҙенә кәфенлек тә, аят аштарында таратырға хәйерлектәр ҙә һатып алған. Аҙаҡ асыҡланыуынса, артыҡ мәшәҡәт булмаһын өсөн өйҙө лә апаһына бүләк итеп, рәсмиләштереп ҡуйған икән.
Йәшәү йәмен, мөхәббәтен юғалтҡан егет, Санияһыҙ йәшәргә теләмәй, башын элмәккә тыҡҡайны...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас