– Һеңлекәшем минең, булдыра алһаң, зинһар, ғәфү ит! Һине лә, Радикты ла бәхетһеҙ иттем. Тормош арбаһын кире бороп, үткәндәргә ҡайтып булһын ине лә бит... Булмай шул. Элекке ҡылыҡтарыма, тормошома ҡарайым да, ни тиклем гонаһ, аламалыҡ эшләүемде әле генә аңлайым. Туғанлыҡ хаҡын һанға һуҡмағаным өсөн үкенесем ҙур. Ҡалған ғүмеремде һинең рәнйеш менән йәшәгем килмәй, Зөлфиә. Ғәфү ит мине... Туғанлыҡ хаҡына...
...Башҡа әхирәттәре, апай-ағайҙарына иркәләнеп, арҡаланып үҫкәндә, Зөлфиәгә ундай бәхет тәтемәне. Эйе, уның да ике йәшкә оло Зәлифә апаһы булды. Тик ниңәлер үҙен белә-белгәндән Зөлфиә унан бары тик әрләү, көнләшеү, яһиллыҡ күрҙе. Уйынсыҡ йә кейем алһалар, оло ҡыҙ иң тәүҙә кесеһенекенә ҡарап, оло дау ҡуптара ине. “Ниңә уның күлдәге таҫмалы?” “Ниңә уға ҡурсаҡты һары сәсленән алдығыҙ?” Һеңлеһе мәктәпкә барғас, асыуы тағы ла артты. Зөлфиә алған һәр “бишле” билдәһе уның йөрәген әрнетә ине. Дәреслектәрен йәшерһенме йә дәрес әҙерләгән ваҡытында ҡысҡыртып музыка тыңлаһынмы, йә булмаһа, үҙе әҙерләнеүен сәбәп итеп, бүлмәләренән ҡыуып сығарһынмы – уҡыуына ҡамасаулау өсөн төрлөсә ҡыланды. Һеңлеһе тәүҙә илай-илай ата-әсәһенә ошаҡлашып ҡараны. Тик улары оло ҡыҙҙың ҡылыҡтарын балалыҡҡа һылтап, көлкөгә һабыштырҙы. “Бәлки, шул ваҡытта “аҡыл сыбығы” эләкһә йә ныҡлап әрләнһә, апайым ул тиклем үк шашмаҫ ине. Яман ҡылыҡтарына яза алмағас, ул үҙенең ярамаған эш ҡылыуын аңламаны ла шикелле”, – тигән фекергә килде Зөлфиә.
Үҫә килә апаһы уның “ауыртҡан ерен” тапты. Һәр ҡыҙ сибәр булырға тырышҡан, матур күлдәктәр тураһында хыялланған кеүек, Зөлфиә лә кейем-һалымға битараф булманы. Бер осор һәр күлдәген биш ҡат кейеп ҡарап, көҙгө тирәһендә борғоланыр булып китте ул. Бигерәк тә оҙон итәкле, ҡыҫҡа еңле, яурынбаштарын ҡатмарландырып тегелгән киске күлдәктәрҙе яратты. Тыуған көнөнә биргән аҡсаға тәүге биҙәнгестәр һатып алды. Алтынһыуланып торған оҙон сәстәрен тағатып, еңелсә бөҙрәләтеп, матур күлдәктәр кейеп, биҙәнеп клубка йөрөргә хыялланды. Тик һеңлеһенең күҙ йәшенән мәҙәк тапҡан Зәлифә быға ирек ҡуйманы. Үҙе күрмәгәндә иннектәрен, күҙ өҫтө буяғыстарын түкте, помадаһын һындырып ҡуйҙы. Бер нисә тапҡыр яратҡан күлдәктәренең итәген төҙәтеп булмаҫлыҡ итеп һүтте. Әсе теле лә тик торманы, был боҙоҡлоҡтарҙы үҙе эшләүен дә йәшермәне хатта:
– Бесәйҙеке кеүек йәшкәҙәк күҙеңде ни күпме буяһаң да матурланмаҫ инде. Бешкән помидор кеүек битеңә ни, иннек кәрәкмәҫ: былай ҙа, эсеп йөрөгән кешенеке кеүек, ҡыҙарып тора. Нимә, күлдәк йәлләп илап тораһың? Һүтелгән еренән тек тә кей. Әллә, ҡыҫҡа итәк ҡамыт аяғыңды ҡапламаҫ, тип ҡайғыраһыңмы?
9-сы класты тамамлаған һеңлеһенең йөрәгенә тағы ла бер уңалмаҫ яра һалды. Зөлфиә иртәнсәк тороуына оҙон сәсенә өс урындан һағыҙ уҡмашҡан ине. Осона ла түгел, ә сикәһе янынан һәм ҡолаҡ артына ғына. Үкһеп-үкһеп илаған ҡыҙҙың күҙ йәштәре әсәй йөрәген битараф ҡалдыра алманы, тәүге тапҡыр ҡулына ҡайыш алды. Әммә Зәлифә был юлы ла һыуҙан ҡоро сығыр әмәл тапты.
– Үҙең кисә кис һағыҙ сәйнәп ултырҙың бит. Бир, тип һораһам да миңә өлөш сығарманың. Шул килеш йоҡлап киткәнһең инде. Үҙең ғәйепле! – тине ул.
Илап ултырған ҡыҙ, күҙ йәштәренә быуылып, бәхәсләшә алманы. Ә бит һағыҙҙы уға, киреһенсә, апаһы бирҙе. Йоҡлар алдынан үҙенекен, кәнфит ҡағыҙына төрөп, сүп һауытына ташлағанын да яҡшы хәтерләй. Икенсенән, үҙенеке булған хәлдә лә, һағыҙ бер урында ғына булыр ине бит...
Зөлфиәне әсәһе, район үҙәгенә алып барып, сәсен ҡырҡтырҙы. Малайҙарҙыҡы кеүек ҡыҫҡа сәс менән йөрөгән ҡыҙға бергә аралашҡан дуҫтары “Захар” тигән ҡушамат таҡты. Апаһы уға өйҙә лә шул исем менән өндәшә ине. Рәнйегән ҡыҙ 11-се кластан һуң, институтҡа уҡырға барам, тигән хыялына ҡул һелтәп, ауылдан китергә ҡарар итте. Сибай педагогия колледжына конкурс ҙур булғас, инә алманы. Әммә юғалып ҡалманы, медицина колледжына студенттар етмәгәнен белеп ҡалғас, документтарын шунда бирҙе. Бәләкәй ҡала булһа ла, ҡырҡ ата балаһы йыйылған ерҙә уның ҡыҫҡа сәсенә, ғөмүмән, тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итеүсе булманы. Дөйөм ятаҡ бүлмәһендә дүрт ҡыҙ йәшәүгә ҡарамаҫтан, дуҫ-татыу булдылар. Һәр ҡылығынан көлөр сәбәп эҙләгән апаһы янында булмағас, Зөлфиә иркен тын алып ҡалды.
Тәүҙә күңеле медицинаға тартмаһа ла, уҡыу барышында ҡыҙ һөнәрен ысын күңелдән яратты. Диплом алғас, медицина университетының педиатрия бүлегенә уҡырға инде. Аҙаҡ инде баш ҡала дауаханаларының береһенә эшкә урынлашты. Ошонда уҡ буласаҡ ире – Радик менән танышты. Хәрби хирург булып эшләп, бик иртә хаҡлы ялға сыҡҡайны ул. Үҙенән 13 йәшкә оло булыуға ҡарамаҫтан, мыҡты кәүҙәле, сал сәсе мөләйемлек биргән, изге йөрәкле, ярҙамсыл ир шунда уҡ күңелен яуланы. Тәүге ҡатынынан балалары булмағас, Радик, хаҡлы ялға сыҡҡас, тауыш-тынһыҙ ғына айырылған да, Өфөгә күсеп ҡайтҡан. Бөтмөр ир үҙенә фатир ҙа, машина ла алған. Бергә йәшәй башлаған ваҡытта төньяҡ райондарҙың береһендә йорт та төҙөй башлағайны.
Тәүҙә улар бер аҙ йәшәп ҡарарға булды. Зөлфиә уның тураһында бер кемгә лә һөйләмәне, ауылға ла яңғыҙы ғына ҡайтып йөрөнө. Аҙаҡ туй тантанаһы үткәрмәй генә яҙылыштылар ҙа, мәсеткә барып, никах уҡыттылар. Ҡатыны ауырға ҡалғанын белгәс, Радик:
– Мин ярай етем бала, һинең бит ата-әсәйең, туғандарың бар. Танышып, улар менән аралашып йәшәргә ваҡыттыр. Буласаҡ балаларыбыҙ олатай-өләсәй тәрбиәһе лә алһын, – тип ҡайны-ҡәйнәһе менән танышырға теләк белдерҙе.
Ололар ҡыҙҙарының бәхетенә шатланып бөтә алманы. Кейәүҙәре менән дә шунда уҡ уртаҡ тел таптылар. Ә бына Зәлифә Зөлфиәнең хәлле, дәрәжәле ир менән ҡауышыуына ҡара янды. Быға тиклем ул йәштән йөрөп ҡауышҡан иренән айырылып өлгөргәйне инде. Башҡа ваҡытта асыуын йәшермәгән апаһының: “Һеңлекәшем дә кейәүем”, – тип бөтөрөлөүенә Зөлфиәнең күңеле ирене, аңлашылмаусанлыҡтар артта ҡалғандыр, тип уйланы. Тик мәкерле ҡатындың уй-ниәттәре бөтөнләй икенсе булып сыҡты...
Апаһының Радик менән сыуалғанын Зөлфиә икенсе балаһын тапҡас ҡына белеп ҡалды. Апаһы, баш ҡалаға килеп, эшкә урынлашҡайны. Торлаҡ тапҡансы, ике аҙналай уларҙа йәшәне. Ашарға әҙерләп, йорт-ерен йыйышып, оло балаһын ҡарашып торған туғанынан шикләнергә башына ла килмәне. Ҡыҙын тапҡанда дауаханала ике аҙнанан ашыу ятҡайны. Ҡайтҡас, шкафтарҙа ят эске кейемдәр табып, аптырап ҡалды. Ире ыҡ-мыҡ килде, нимә әйтергә белмәне. Шунда ғына эске һиҙемләү алда ҡурҡыныс үҙгәреш булырын белгертте. Унда ла яҡын кешеһенән шикләнмәне әле.
– Кем? – тип тураһын һораны Радиктан.
– Зәлифә ҡайынбикә...
Зөлфиә, бар донъянан ваз кисер мәлдә, балаларын ғына уйлап үҙен ҡулға алды. Бәлки, араларын өҙһәләр, ул яҡындарын ғәфү итер ҙә ине. Әммә апаһы арыу ирҙе ҡулынан ысҡындырғыһы килмәне. Күҙе-башы уйнап торған, хәйләкәрлеге менән һәр ваҡыт аҡтан-аҡ, пактан-пак булып ҡала белгән Зәлифәгә лә Радик башкөллө ғашиҡ ине. Уның һүҙен генә һүҙ итте, бар теләген үтәргә әҙер булды. “Атай” тип артынан ҡалмаған улы ла, яңы тыуған сабый ҡыҙы ла ирҙе яңылыш аҙымдарҙан туҡтатманы. Ярты йыл тирәһе ике арала йөрөнө-йөрөнө лә, ҡатынына артабан яратҡан кешеһе менән бергә донъя көтөргә теләүен еткерҙе.
Ҡатын, ике бала ҡосаҡлап, ысын мәғәнәһендә урамда тороп ҡалды – апаһы иренең никахҡа тиклем алған фатирын да, хатта төҙөй башлаған йортон да үҙенеке иткеһе килде. Ғашиҡ ир уға ҡаршы килмәне. Зөлфиә аптырағандың көнөнән фатир биреүҙәренә ҡыҙығып, төпкөл районға эшкә китте. Йәше тулыр-тулмаҫ балаһы менән көн оҙоно эштә йөрөргә тура килһә лә, бирешмәне. Күҙ йәшен кешегә күрһәтмәне, бар күңелен балалары һәм яратҡан эшенә биреп, алға барҙы. Сит районда хөрмәт ҡаҙанды, ихтирам яуланы. Аҙаҡ инде баш ҡала дауаханаһына саҡырыу булһа ла, баш тартты. Ауыр саҡта һыйындырған, йәшәр көс биргән районға ереккәйне. Әлеге мәлдә уны “Тиҙ ярҙам” машинаһында эшләүсе тол иргә лә димләйҙәр. Ризалыҡ бирмәһә лә, ҡырҡа баш тартманы Зөлфиә. Бәхетле ғаилә ҡоророна ышанысы бөтмәгән әле.
Ә Зәлифә, ирен тартып алғас та, тыныслана алманы. Айырылыуҙарына өс йыл тирәһе ваҡыт үткәс, балаларына алимент туҡтаны. Аҡсаһыҙлыҡтан аптыраған ҡатын тәүге тапҡыр элекке иренә шылтыратты. Телефонды апаһы алды.
– Ни өсөн Радик һинең уйнаштан тапҡан балаларыңа алимент түләргә тейеш? Тәүге ҡатынынан балалары булмаған, мин дә ауырға ҡала алмайым. Ә һин, бер түгел, ике бала таптың. Кемдән тапҡанһың, аҡсаны шунан һора!
Өнһөҙ Радик бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Был юлы инде Зөлфиә түҙмәне, ирен судҡа биреп, ДНК анализы аша алиментты ҡабат юлланы. Аҡса өсөн түгел, ә үҙенең намыҫын, таҙалығын иҫбатлау өсөн барҙы был аҙымға. Шунан бирле апаһы менән дә, Радик менән дә аралашҡаны булманы. Уларҙың хәлен ата-әсәһенән дә һорашманы. Бары тик элекке хеҙмәттәше генә, былтыр үҙ үтенесе менән бәйләнешкә сыҡҡанда, элекке иренең эскегә һалышып, эштән ҡыуылыуын, был ҡатыны менән дә айырылыуын бәйән иткәйне...
Апаһын ғәфү үтенеп шылтыратырға нимә этәргәндер, Зөлфиә белергә теләмәне. Ул бала саҡтан йыйылған рәнйеүҙәрен дә, бөгөнгө тормошоноң ошолай барыуында ла апаһының ғәйепле булыуын оноторға тырышты.
– Үткәндәр өсөн ғәфү итәм, апайым. Әммә балаларымдың атайһыҙ үҫеүе, улымдың уны таптырып төндәр буйы илап сығыуы өсөн ғәфү итә алмайым. Бәхетле итергә күпме генә тырышһам да, уларҙың күңеле барыбер ҙә китек. Уны һинең дә, минең дә үкенеүҙәр генә бөтәйтә алмаясаҡ. Ҡасандыр үҙең туғанлыҡ хаҡын һанға һуҡманың, хәҙер инде үҙ йөгөң менән үҙең йәшә...
Зөлфиә ҡулындағы телефонды ситкә һалды ла, урынынан тороп, аш бүлмәһенә ыңғайланы. Эшкә юлланғансы, мәктәптән ҡайтасаҡ балаларына берәй тәмлекәс бешерергә ине ниәте.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.