Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
20 Август 2025, 05:55

"Йондоҙ"ло табын - Шәүрә Әбделкәримова

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе артисы, бейеүсе Шәүрә ӘБДЕЛКӘРИМОВА бүлешә.

Мейестә бешкән
йәшелсәле шешлек

100 мл соя соусына ҡырылған имбир (3 см), биш бүлкәт һа­рымһаҡ, бер ҡалаҡ крахмал һалып, бутарға. 700 г һөйәкһеҙ тауыҡ итен уртаса ҙурлыҡтағы (ағас таяҡса тоторлоҡ булһын) киҫәктәргә турап, ошо маринад менән бутап, 2 – 3 сәғәт ултыртып тороғоҙ.
150-шәр г татлы боросто, ҡабаҡты телемдәргә киҫергә. Бер баш һуғанды түңәрәкләп ту­рарға. 150 г бәшмәкте (шампиньон) ваҡ булһа – бөтәүләй, эрерәк булһа, икегә бүлергә. Шулай уҡ теләк буйынса бер баклажан, 150 г черри помидоры ла алырға була. Йәшелсә менән бәшмәккә ярты балғалаҡ тоҙ һибеп, бутарға ла, бер аҙ ултыртып торорға.
Ағас таяҡсаларға сиратлап итте, йәшелсәләрҙе, бәшмәкте теҙеп сығырға. Таяҡсаларҙы мейес рәшәткәһенә һалырға була, шулай уҡ ҡалайға ла (лист)  мөмкин. Ит менән йәшелсәләргә зәйтүн майы һибергә лә, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә ярты сәғәт бешерергә. 15 минуттан һуң әйләндереп һалырға һәм маринад һирпергә онотмағыҙ – шешлек һутлы булып, тигеҙ бешер. Табынға соус һәм ҡаймаҡ менән бирегеҙ.

Йәшел һуғанлы
эремсек бәлеше

250 г эремсеккә ике ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 10 г ҡамыр ҡабартҡыс, 100 мл үҫем­лек майы һалып, яҡшылап бу­тарға. Аҙ-аҙлап он һалып (бар­лығы 300 г), йомшаҡ ҡамыр баҫырға. 30 минут тирәһе ултыртып, бер аҙ ҡабартырға кәрәк буласаҡ. Ул арала эслек әҙер­ләйбеҙ. Өс дана бешкән йо­мортҡаны, бер ус йәшел һуғанды турарға ла, 100 г бешкән дөгө, самалап тоҙ, борос һалып, бутарға. 
Ҡамырҙы ҙур һәм бәләкәйерәк ике өлөшкә бүлергә. Ҙурын йәйеп, майланған табаға һа­лырға. Ситтәре ҡалҡып то­рорға тейеш. Эслекте һалғас, ҡалаҡ менән тигеҙләп сығырға. Ҡалған ҡамырҙан оҙонса таҫ­малар яһап, бәлеш өҫтөн рә­шәткә фор­ма­һында биҙәргә. Алтынһыу төҫтә бешһен өсөн, ҡамырға туғылған йомортҡа һыларға йәки үҫемлек майы һөртөргә мөмкин. Бәлеш 190 градус ҡыҙыулыҡтағы ме­йестә 30 минутта бешеп сыға.

Витаминлы 
коктейль

Йәй көнө организмды ви­та­миндарға байытыу өсөн йә­шелсә-емеш кенә түгел, шифалы үләндәрҙе лә ҡулланырға кәрәк. Йылына 1 – 2 тапҡыр булһа ла, кесерткәндән коктейль эшләп эсегеҙ.
Яңы ғына йыйып алынған кесерткәнде (0,5 кг тирәһе) ит турағыстан үткәреп, марля аша һутын һығып алығыҙ. Яҡынса 100 мл һут сығырға тейеш. Уға бер балғалаҡ бал һәм 70 мл кефир һалып, яҡшылап бутағыҙ. 
Был коктейль иммунитетты күтәрә, ҡан баҫымын яйға һала.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас