Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
21 Апрель 2025, 22:00

Эшемдең шатлығын күрмәйем...

Ҡыш аҙағы еттеме, организм көс-ҡеүәтен юғалтып, витаминдарға һәм ҡояш йылыһына һыуһап, тамам хәлһеҙләнә. Бына инде һуңғы 4 – 5 йылымды яҙ башын вирус эләктереп, ауырып, дауахана юлын тапап үткәрәм. Шөкөр, быйыл “Тиҙ ярҙам” машинаһы үҙенә ултыртып алып китеп, 10 – 15 тәүлеккә ябып ҡуйманы. Табип бер дәфтәр битен тултырып, дарыуҙар исемлеген генә яҙып ҡалдырҙы.

Эшемдең шатлығын күрмәйем...
Эшемдең шатлығын күрмәйем...


Дарыухананан көс-хәл менән ҡайтып индем дә, “шопинг” шатлыҡтарына те­кәлдем. Таблеткалары ярай инде, эселер. Ә бына ике ҡап ампулалар менән нимә эшләргә? Көндөҙгө стационарға ун көн буйы такси менән тегеләй-былай йөрөргә кеҫә яғы таҡырыраҡ, автобуста йөрөһәм (етмәһә, туҡталыштан тағы ла 1,5 саҡрым тирәһе тәпәйләргә кәрәк), ҡолап ҡалыуым да бар. Шул саҡ йәшәгән биҫтәнең ватсап чатында йыш ҡына: “Укол һалырға, система ҡуйырға шәфҡәт туташтары юҡмы?” – тип иғлан биргәндәре иҫемә төштө. Шуға мин дә иғлан биреп ҡарарға булдым.
Биш минут үтеүгә өс кеше яуап яҙып та ҡуйҙы. Миңә лә, үҙенә лә уңайлы булһын өсөн, күрше подъезда йәшәгән һеңлекәште һайланым. Ҡулы ла еңел, үҙе лә алсаҡ булып сыҡты. Ун көн инеп-сығып йөрөгән арала дуҫлашмаһаҡ та, яҡын таныштарға әүе­релеп бөткәйнек инде. Һуңғы көн хеҙмәте өсөн түләргә аҡса биргән саҡта яртыһын кире ҡулыма тотторҙо:
– Рәхмәт, апай, ошоноһо етер. Беҙ әле яңы Өфөгә күсеп йөрөйбөҙ. Таныштар юҡ, шуға, ярҙам кәрәкһә, беҙ һеҙгә мөрәжәғәт итер­беҙ. Яңы ерҙә шулай бит, әле бер нәмәһе кәрәк, әле икенсеһе, тигәндәй.
Яуап йөҙөнән сәй табынына саҡырҙым. Шунда Гөлназ миңә ни өсөн ҡәйнә йортонда матур ғына йәшәп ятҡан ерҙән Өфөгә күсеү тарихын бәйән итте лә инде.
“Эш – ул икенсе өй кеүек, кеше унда аш­ҡынып, һағынып барырға тейеш. Яратҡан эш күңел бөтөнлөгө, бәхет тойғолары бүләк итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин ул бәхеттән мәхрүм булып йәшәнем. Көн һайын тигәндәй үҙемде өгөтләп, ирекһеҙләп эшкә алып барам да, көндөң үткәнен көтөп ала алмай ыҙа сигә инем. Юҡ, мин эшһөймәҫ, ялҡау кеше түгелмен. Һөнәрҙе лә яратып, бала саҡтан хыялланып йөрөп һайланым. Мәктәптә яҡшы уҡыным, бигерәк тә химия, биология фәндәрен яраттым, олимпиа­даларҙа ҡатнаштым. Әлбиттә, мин юғары белем алып, табип булырға хыялландым. Тик берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе буйынса медицина университетына конкурстан үтә алманым. Түләүле бүлектә уҡытырға ата-әсәмдең мөмкинлеге юҡ ине. Әммә бер ваҡытта ла шәфҡәт туташы, фельдшер булыуҙы түбәнселеккә һана­маным. Медицина колледжына уҡырға ин­дем. Һәр ваҡыт алдынғы булырға тырыштым, ҡыҙыл дипломға тамамланым. Бәлки, юғары белемгә тағы бер ынтылып ҡарарға булыр ине инде, тик мин ике йыл дуҫлашып йөрөгән егетемә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙем.
Ул күрше ҡалалағы педагогия институтында уҡый икән. Телефон номер­ҙа­ры­быҙҙы алышҡайныҡ, шул көндө үк кис дуҫлыҡ тәҡдим итеп шылтыратты. Мин диплом алғанда уға тағы ла бер йыл уҡырға ҡалғайны әле. Шуға ҡарамаҫтан, ул өйлә­нешергә тәҡдим яһаны. Ҡайҙа төплә­неребеҙҙе уҡыуын тамамлағас хәл итергә һөйләштек. Уға тиклем мин уның янына күсеп барҙым. Дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә бирҙеләр, шәфҡәт туташы булып дауаханаға эшкә урынлаштым. Аҙаҡ Әмир үҙе лә практика үткән гимназияла диплом алғансы уҡ эш башланы. Ғаилә тормошо һәүетемсә генә алға барған саҡта ҡайным ҡаты ауырыуға дусар булды. 200-гә яҡын умарта, биш баш һыйыр малы, оло донъя... Ә ҡәйнәм тере ҡулһыҙ ҡалды. Урын өҫтөндә ятҡан ирен ҡараған ҡатынға был донъяны алып барыу ауыр ине, етмәһә, яҙғы эштәр ваҡыты – улар беҙгә күсеп ҡайтырға тәҡдим итте.
Тәүге балабыҙҙы көтә инек, мин декрет ялына тиклем ҡалала эшләп торҙом. Ә ирем, ҡайтыу менән, уҡыу йылы аҙағы булыуға ҡарамаҫтан, район үҙәгендәге гимназияға эшкә урынлашты (машиналы кешегә 15 минутлыҡ юл күп тә түгел бит). Тәүҙә – ҡыҙыбыҙ, өс йылдан улыбыҙ тыуҙы. Ауылға ҡайтыуыбыҙға шат инек – ипотека түләргә кәрәкмәй, атай-әсәйҙәр янда, үҙ-ара татыубыҙ. Ҡайным вафат булғас, ҡәй­нәм үҙен ейәндәренә арнаны: көнө буйы улар менән уйнай, ҡыҙыбыҙға һанарға өйрәтә, шиғыр ятлата. Мин баҡса, өй тирә­һендәге эштәр менән булған арала ашарға ла бешереп ҡуя. Ярҙамсым булғас, улыма өс йәш тулғанын көтмәй, эшкә урынлашырға булдым. Тик шәфҡәт туташтары кәрәкмәй ине: ауылда бәләкәй генә ФАП, ә район дауаханаһында буш урын юҡ. Дарыухана, мәктәп, балалар баҡсаһы – һорашмаған урын ҡалманы. Санитарка булып барырға ла риза инем, Әмир ҡаршы булды. Аптырағандың көнөнән һөлөк һалыу, массаж курстары үтеп, өйҙә эшләй башланым.
Берҙән-бер көндө ҡыҙыбыҙ балалар баҡсаһынан ҡыҙылса йоҡтороп ҡайтты. Ул шәбәйә башлауға улыбыҙға күсте. Юнирҙың иммунитеты насар булдымы, әллә алдан ауырынымы – икенсе көнөнә хәле насарланды. Температураһы 38-гә күтәрелгәс, “Тиҙ ярҙам” саҡырҙыҡ. Килгән табип укол һалды ла: “Йоғошло ауырыу менән балалар бүлегенә һала алмайбыҙ, буш палата юҡ. Иртәгә үҙегеҙҙең педиатрға барығыҙ, ул хәл итер”, – тип дауаханаға алып китеүҙән баш тартты. Өс сәғәттән улыбыҙҙың хәле тағы ла насарланды. Үҙем шәфҡәт туташы булғас, хәлдең киҫкенләшә башлағанын һиҙгәйнем инде, Әмиргә:
– Машинаңды ҡыҙҙыр, дауаханаға үҙебеҙ алып барабыҙ, – тинем.
Юлда барған арала улыбыҙҙың тәне тартыша башланы. Ҡотом осһа ла, уҡыған саҡта өйрәткәнсә, тыныс булырға тырыштым. Ҡабул итеү бүлегендә беҙҙең са­ҡырыуға килгән табип та бар ине, ул, ризаһыҙлыҡ белдереп, һөйләшкеһе килмәй генә ҡаршы алды. Әммә, баланың күҙен дә асып ҡарай алмағанын күреп, темпера­тураһын тикшерә, ярҙам күрһәтергә тотондо. Шәфҡәт туташы аша дежур табип­тарҙы саҡырттырҙы. Береһе килеп ҡарау менән:
– Ниңә көндөҙ үк табип саҡыртманығыҙ? Ниндәй бошмаҫ әсәй ул һеҙ? Балағыҙҙы үлем хәленә еткергәнһегеҙ! Бындай хәлдә сәғәт түгел, һәр минут иҫәпле, – тип миңә екерҙе лә, яндағыларына: – Реанимацияға тиҙерәк. Кислород мендәре әҙерләгеҙ, бала бит тын ала алмай! – тип ҡысҡырҙы.
Баланы арба менән алып киттеләр, күпме генә инәлһәк тә, беҙҙе ҡабул итеү бүл­мәһенән ары үткәрмәнеләр. Ярты сәғәттән Юнирҙың үлеме тураһында хәбәр иттеләр. Ул саҡта беҙҙең кисерештәрҙе һүҙ менән генә аңлатып булмай. Был хәбәрҙе ҡабул итә алманым, ышанырға теләмәнем. Бары тик таң атып, эш көнө башланып, баламдың үле кәүҙәһен моргка барып күргәс кенә был хәлдең төш түгел, ә ысынбарлыҡ икәне аңыма барып етте. Ә икенсе көндө теге табиптың әйткәне иҫемә төштө: әгәр “Тиҙ ярҙам” табибы саҡыртҡанда уҡ Юнирҙы дауаханаға алып китһәләр, уны ҡотҡарып булыр ине бит! Тимәк, уның ғәйебе менән беҙ улыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ.
Мин был хәлде өнһөҙ генә үткәреп ебәрергә теләмәнем, адвокат яллап, район дауаханаһын (юристар айырым хеҙмәт­кәрҙе биргән осраҡта уны икенсе вазифаға күсерәсәктәр ҙә, эш туҡтап ҡаласаҡ, тип кәңәш бирҙе) судҡа бирҙем. Махсус белеме булмағандар өсөн был процесс ҙур ауырлыҡ тыуҙыра. Ә мин барлыҡ медицина терминын, нескәлектәрен белгәс, эш шунда уҡ алға китте. Етмәһә, “Тиҙ ярҙам” табибына ялыуҙар күп булған, быны адвокат үҙе­беҙҙең файҙаға борҙо. Тикшереү эштәре аҙағына яҡынлағайны инде, адвокат:
– Зыянды ниндәй сумма менән билдә­ләйбеҙ? – тигән һорау менән беҙҙе шаң­ҡытып ҡуйҙы.
– Сумма? Нисек?
– Табиптың ғәйебе иҫбатланһа, ә ул иҫбатланасаҡ, дауахана һеҙгә компенсация түләргә тейеш була. Уның күләмен һеҙ билдәләргә тейешһегеҙ. Әлбиттә, улар сумманы кәметеү өсөн төрлө сәбәп табасаҡ. Шуға һорарға теләгән күләмде ике тапҡырға арттырып әйтәсәкбеҙ.
– Беҙгә аҡса кәрәкмәй, – тинек ирем менән бер тауыштан.
– Улайһа, ниңә был эште ҡуҙғаттығыҙ һуң?
– Башҡалар бындай ҡайғы кисермәһен өсөн. Һәр табип үҙенең бурысына, биргән антына тоғро булһын өсөн...
– Ниндәй генә осраҡта ла улар ғәйебен аҡса менән юйырға тырышасаҡ...
Адвокат бүлмәһенән сыҡтыҡ та, ирем менән һүҙһеҙ генә ауылға юлландыҡ. Артабан нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалдыҡ: ғаризаны алһаҡ, ауырыуҙарға ҡарата би­тарафлыҡ артабан да дауам итәсәк, ал­маһаҡ, улыбыҙҙың ғүмерен аҡса менән баһалаясаҡтар. Юнирҙың үлеменән үҙе­беҙгә файҙа алыу тураһында уйлап та ҡараманыҡ, күңелебеҙ ҙә ҡушмай. Шулай икеләнеп йөрөгән мәлдә беҙҙең өйгә баш табип урынбаҫары менән кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре килеп инде. Икеһе лә телгә бөткән, йүкәнән май сығарыр кеше булып сыҡты. Беҙҙең икеләнеп йөрөгән мәлде ҡайҙан һиҙгәндәр тигән...
– Туғаным, беҙ һиңә изге ниәт менән килдек. Беҙ – һиңә, һин беҙгә ярҙам итерһең, тигән ниәт менән. Һеҙҙең ғаиләнең юғалтыуы өсөн беҙҙең тотош коллектив үҙен ғәйепле тоя. Ә бит бер кешенең хатаһы өсөн башҡалар яуап тоторға ла тейеш түгел. Ул табипты үткән аҙнала уҡ статья менән эштән ебәрҙек. Бынан һуң бер генә дауахана ла уны эшкә алмаясаҡ. Әлбиттә, үлгән сабый терелмәйәсәк. Шуға күрә баш табип, коллектив менән кәңәшләшеп, һеҙҙән ғәфү үтенеү юлын тапҡандай булды. Аҡса тәҡдим итеп, намыҫығыҙға тейгебеҙ килмәй, бала ғүмере миллиондар менән баһаланмай. Был, аҡса биреүҙән баш тартабыҙ, тигәнде аңлатмай, әгәр ғаиләгеҙҙә ниндәйҙер мохтажлыҡ булһа, йәки һеҙгә күңел ты­ныслығы табыу өсөн шифаханаларға йөрөргә кәрәкһә, ҡуш ҡуллап ярҙам итәсәкбеҙ. Һеҙ бит беҙҙең коллега, эшебеҙҙе аңлайһығыҙ. Ауырыуҙар ҙа төрлө була, хеҙмәткәрҙәр ҙә... Ә инде беҙ үҙ ғәйебебеҙҙе аңлап, һеҙҙән ғәфү үтенеп, эш тәҡдим итәбеҙ. Үткән айҙа ғына поликлиника участогына тағы бер хирург штаты бирҙеләр, уға шәфҡәт туташы кәрәк. Ҡайғы-хәс­рәтегеҙ ауыр, шулай ҙа эш менән бер аҙ онотолорһоғоҙ. Өйҙә ултырған кеүек булмаҫ...
Һөйләгәндәрен тыңлап ултырғанда, улар хаҡлы кеүек тойолдо. Эшемде лә һағынған инем: ауыр хәлдәгеләргә ярҙам итеү иң изге ғәмәл бит. Ҡыҫҡаһы, ризалаштым һәм эшкә сыҡтым. Тик ваҡыт үтеү менән күңел тыныслығын юғалта барыуымды аңланым. Беренсенән, үҙ баламды үлем тырнағынан ҡотҡара алмағанды, башҡалар ауырығанда ярҙам итә аламмы, тип икеләндем. Улым үлмәһә, дауахананы судҡа бирмәһәк, был эш бөтөнләй миңә тәтемәҫ ине. Тимәк, уның бәхетһеҙлеге мине эш менән тәьмин итте. Уның ғүмерен аҡсаға түгел, эш урынына алыштырҙым булып сыға.
Өс йыл эшемә һөргөнгә йөрөгәндәй йөрөнөм, шатлыҡ тойғоһо кисерә алманым. Яратҡан эшемдән биҙҙем, күрә алмаҫлыҡ хәлгә еттем. Эштән китеп, өйҙә ултырырға ла булыр ине. Тик дипломлы килеш эшһеҙ ҙә ултырғы килмәй. Күңел торошо һау­лығыма йоғонто яһай башланы. Әмир менән тағы ла балалар табырға, ҙур ғаилә булып йәшәргә хыялланабыҙ. Тик мин һаман ауырға ҡала алмайым. Ҡулыма сабый бала алһам, бәлки, тынысланыр ҙа инем, тип өмөт итәм. Артабан нисек йәшәргә белмәй, аптыранып йөрөгәндә ҡәйнәм ҡалаға күсергә тәҡдим итте.
– Рәхмәт, ауыр саҡта ҡайтып ярҙам ит­тегеҙ. Инде үҙегеҙсә йәшәргә ваҡыттыр. Мин дә әле үтә ҡарт түгелмен, яңғыҙым йәшәй алам. Йышыраҡ ҡайтып торорһоғоҙ, Сәлимәне каникулдарында миңә ебә­рерһегеҙ. Ә инде яңғыҙ йәшәй алмай башлаһам, ҡабат ҡайтырһығыҙ. Берегеҙ – уҡытыусы, икенсегеҙ – медик, ҡалала уларға һәр ваҡыт эш бар. Мал-тыуарҙы, бал ҡорто күстәрен, умарталарҙы һатһағыҙ, өс йыл бал һатҡан аҡсаны ла тотонманыҡ, моғайын, тәүге иғәнәгә мул ғына тупланыр. Бөтә кеше түләгән ипотеканы һеҙ ҙә түләй алырһығыҙ, – тине.
Уйлаштыҡ та, риза булдыҡ. Ысынлап та, килеү менән икебеҙгә лә эш булды. Сәлимә әлегә өләсәһе янында ҡалды, уҡыу йылы бөтһөн, тинек. Ошо йорттан өс бүлмәле фатир алдыҡ. 15 йыл буйы түләргә инде, әммә суммаһы артыҡ ҙур түгел. Аҡ­са­һыҙлыҡтан интекмәҫбеҙ әле. Әмир уҡы­тыуҙан тыш көн һайын репетиторлыҡ менән шөғөлләнә, мин ошолайтып ке­шеләргә укол, система эшләргә йөрөйөм. Мөрәжәғәт итһәләр, һөлөк һалам, массаж эшләйем. Икебеҙҙең дә эш өйҙән алыҫ түгел, ҡайһы саҡ машина барлығын да онотоп китәбеҙ. Ике аҙна һайын ҡәйнәм менән ҡыҙыбыҙ янына ҡайтып торабыҙ.
Шәфҡәт туташы булып эшләй алмаҫмын, тип уйлай инем. Район дауаханаһынан китеү менән күңелем нисектер ҡоршауҙан ҡотолғандай булды. Һайлап алған һө­нәремде һаман да яратам икән. Бары тик Юнир мәрхүм булған дауаханала эшләү миңә ауыр тойғолар биргән. Тап уның үлеменән һуң эш тәҡдим итеүҙәре лә үҙ ролен үтәгән инде. Ә хәҙер көн һайын эшкә ҡанатланып барам. Коллектив һәйбәт...”
Кисә Гөлназ мине ифтарға саҡырып шылтыратты. Шатлығынан осоп-ҡунып йө­рөгәне тауышынан уҡ билдәле ине: “Апай, оят булһа ла әйтәм, йәме, унлап аш тәрилкәһе, сәнске тотоп ҡына ин әле. Әмир менән көлөшөп алдыҡ: үҙебеҙ ҡунаҡ са­ҡырабыҙ, үҙебеҙҙең һауыт-һаба ла, өҫтәл-ултырғыс та етмәй. Йорт буйлап әйбер йыябыҙ. Яңы таныштарҙы изге ниәт менән йыйып алырға булдыҡ әле. Эштән дә са­ҡырҙыҡ, күршеләрҙе лә. Тағы бер шатлы­ғымды сер итеп кенә әйтәм апай, уны инде ғәм алдында һөйләп тормайым: беҙ бәпәй көтәбеҙ!..”
Кешенең тормошо яйланһын, бәхет юлы асылһын өсөн йәшәгән урынды алмаштырыу кәрәклеген психология буйынса нин­дәйҙер бер китапта уҡығайным. Әллә ни әһәмиәт тә бирмәгән кеүек инем. Бына бит, яңы таныштарыма яңы урын һәйбәт йоғонто яһаған. Артабан да тормоштары шулай матур дауам итһен. Башҡаса юғал­тыуҙар, һынауҙар кисерергә яҙмаһын.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас