– Армияһыҙ илебеҙ бөйөк була алмаҫ ине. Ҡартатайҙар фашистарҙы юҡ иткән. Разведчик Йосопов Зыя ҡартатай Смоленскиҙа батырҙарса һәләк булған, артиллерист Бикмәтов Әнүәр ҡартатай Сталинград яуында алышҡан, ҡаты яраланған. Улар яҡты киләсәк, тыныслыҡ, Ватан өсөн үҙҙәрен аямай көрәшкән, – 10 йәшлек Фаягөл ҡустыларына ҡыҙып-ҡыҙып политинформация үткәрергә кереште. – Әле һалдаттар илебеҙҙең бөтөнлөгөн һаҡлай. Юғиһә, дошмандар Рәсәйҙе күптән баҫып алыр ине.
– Һм... Ә хәрбиҙәргә нисек ярҙам итә алабыҙ? – тип әҫәрләнеп китте Шайморат. Шул арала Динислам уйынсыҡ ҡылысын, танкыһын эҙләй башланы.
– Һеҙҙең йәштәгеләр ирекмән була ала. Теләйһегеҙме? – тиеүгә, балалар шатланып ризалашты.
Вәғәҙә – иман, балалар менән Өфөләге М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына юл тоттоҡ. «Мы за СВОих.Уфа» РФ хәрбиҙәренә ярҙам төркөмө етәксеһе Ольга Вязова беҙҙе йылы ҡаршы алды. Бында һәр ҡул ҡәҙерле, эш ҡыҙған. Ирекмәндәр танкты ҡаплау өсөн 6х9 метр ҙурлығында һаҡланыу селтәре үрә. Балалар күҙ асып йомған арала эштең айышына төшөндө: тәүҙә оҙон таҫмаларҙың осон ҡырҡтылар, шунан схема буйынса селтәр үрергә керештеләр. Хәрби операция барған урындарҙа көҙгө көндәр тора, шуға ла селтәр һары, көрән таҫмаларҙан әҙерләнә икән.
Тәжрибәле ирекмәндәр балаларға селтәрҙең ни өсөн кәрәклеге, үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Балаларҙың күҙҙәре янды, рухландылар, туҡтауһыҙ һорау яуҙырҙылар.
Ирекмәндәр барыһы йөҙҙән ашыу селтәр үргән. Был 18 мең квадрат метр тәшкил итә. «Егеттәребеҙҙең күген ҡаплайыҡ, ҡулдарыбыҙ йылыһы уларҙы бәләләрҙән һаҡлаһын», – тигән теләктә улар.
«Мы за СВОих. Уфа» төркөмө тағы ла ҡоро душ, окоп шәмдәре, юрған-невидимка, флистан куртка, балаклава тегә, йөн ойоҡбаш бәйләй, сухпаектар, түшәк-кәрәк ярағы, госпиталдәр һәм медицина роталары өсөн стериль тампондар кеүек махсус медицина әйберҙәре әҙерләй. Шулай уҡ гуманитар ярҙам йыя.
– Йыл ярымда һәр шәмбе МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатыла. Өфөнөң медицина һәм педагогия колледждары, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, гәзит редакциялары, Өфө ҡалаһының 5-се, 13-сө дауаханалары, 17-се спорт мәктәбе, республиканың Медицина-генетик үҙәге, республика балалар клиник дауаханаһы, Башҡортостан шифаханалары, студенттар – бик күптәр ярҙамға ашыға. Хәрбиҙәрҙең заявкалары буйынса эшләйбеҙ, барыһының да һорауҙарын мөмкин тиклем тиҙерәк үтәргә тырышабыҙ, – ти Ольга Михайловна.
– Әлеге ваҡытта сәнәғәт теген машинкалары эҙләйбеҙ. Невидимка-юрғанға һорау ҙур, тегеп өлгөрә алмайбыҙ. Шулай уҡ эшсе ҡулдар етмәй, тегенселәр кәрәк, беҙҙең командаға ҡушылһалар, бик шат булыр инек.
Һаҡланыу селтәре үрелеп бөткәс, балаларға «ирекмәндәр ниндәй сифатҡа эйә булырға тейеш?» тигән һорау бирелде. Улар кемуҙарҙан ҡысҡырырға кереште: «Ярҙамсыл! Етеҙ! Аҡыллы! Оло йөрәкле!»
Армия – ул ҡалҡан, ә ирекмәндәр, олоһо һәм кесеһе, уның ышаныслы тылы. Әгәр ҙә берҙәм булһаҡ, таҫма аръяғындағы ағай- апайҙар, олатайҙар маҡсаттарына өлгәшеп, имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтырҙар. Шундай уйҙар балаларҙың күңелен йылытты.
Гүзәл Бикмәтова.
Автор фотолары.