Теплицаһы булғандар ундағы тупраҡтың составын яңыртыу тураһында онотмаһын ине. Әгәр мөмкинлек бар икән, уның түбәһен асыҡ ҡалдырығыҙ. Теплицаның ере ямғыр, ҡар һыуҙары менән һуғарылып, составы яҡшыра төшөр. Киләһе йыл да мул уңышҡа нигеҙ һалыныр.
Ай аҙағында ҡаты һалҡындар ҙа була. Шуға ла йәш ағастарығыҙҙы төрөп, туңыуҙан һаҡлағыҙ. Ҡар – иң арзан йылытыу сараһы. Әгәр үҫемлектәрҙе махсус япма менән япһағыҙ, уның теүәллеген тикшерегеҙ ҙә, өҫтөнә ҡар һибегеҙ.
Һуғанлы сәскәләрҙе лә ҡаплап ҡуйырға кәрәк.
Баҙҙа тәртипме?
Декабрҙә мөһим эш – баҙға һаҡлауға һалынған йәшелсәне даими тикшереп, боҙолғанын алып тороу. Тыштағы баҙҙы һалам менән ҡаплағыҙ.
Һаҡлауға һалынған йәшелсәләрҙе йыш бутарға, урындарынан ҡуҙғатырға ярамай. Инфекция таралыуы ихтимал. Боҙолғандарын ташлап барығыҙ. Кәбеҫтә лә айырым иғтибар талап итә. Өҫкө япраҡтары кипһә лә, ҡурҡыныс түгел. Ҡоро япраҡ эсендә кәбеҫтә яҡшы һаҡлана.
Баҙҙа температура 5 градустан юғары икән, йыш елләтегеҙ. Иҙәнгә эзбиз, тоҙ һалынған һауыттар ҡуйығыҙ.
Ҡыш сысҡандар үҙҙәренә туҡлыҡ бирерҙәй урындар эҙләй башлай. Әгәр ҙә уларҙың йөрөгән ояларын күрһәгеҙ, кимереүселәргә ҡаршы ҡулланылған препараттарҙы файҙаланығыҙ. Баҡсалағы ағастар ҙа йәнлектәрҙән зыян күрә. Кимереүселәр теймәһен өсөн ағас төптәренә рубероидтан торба эшләп ҡуйырға була. Ҡуяндар айырыуса алмағасҡа зыян килтерә.