Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
3 Ноябрь 2022, 07:00

Табып алған банк картаһы менән иҫәпләшмә, хөкөм ителеүең бар!

Йәғни кеше картаһы менән иҫәпләшеү – енәйәтсе булыуға бер аҙым

Адвокат булып эшләү дәүе­ремдә банк картаһы табып алып, уның менән иҫәпләшкән егетте яҡ­ларға тура килде.  Ул  урамда төшөп ҡалған банк картаһына юлыға һәм башына бик «аҡыллы»  фе­кер килә. Йәғни ул «халява»ға өмөтләнә.  Яҡшы табышҡа юлы­ғыусы яҡын­дағы супермаркетҡа бара һәм 2100 һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатып ала. Икенсе көндө уның эҙенә хоҡуҡ һаҡсылары төшә. Егеткә тәфтишсе алдында яуап тоторға тура килә. Уға ҡарата урлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙ­ғатылыуын хәбәр итәләр. 
Кешенең картаһынан аҡса урлау – ауыр енәйәт. Рәсәй Феде­рацияһы Енә­йәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлө­шөнә ярашлы, бының өсөн 100 000 – 500 000 һум йәки бер һәм өс йыллыҡ эш хаҡы күләмендә штраф һалыу, шулай уҡ алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү менән бергә 80 мең һумғаса штраф янай. 
Табып алған банк кар­таһы менән иҫәпләшкән кешеләр нимәгә өмөт­ләнә? Бәлки, улар быны енәйәт тип һана­майҙыр? Әммә улар хаталана. Законды белмәү яуаплылыҡ­тан азат итмәй! Әгәр һеҙ йәки балағыҙ банк кар­таһы тапһа, нимә эш­ләргә?

– Уны бер нисек тә фай­ҙаланмағыҙ.

– Банкоматтан аҡса алмағыҙ, аҡ­саһын башҡа картаға күсермәгеҙ.

– Табылған карта менән иҫәп­ләшмәгеҙ.

– Карта хужаһын үҙаллы, социаль селтәрҙәр аша табырға тырыш­мағыҙ.

– Банк картаһын полиция хеҙ­мәткәрҙәренә тапшырығыҙ. 
Кеше әйберен тапҡан­һығыҙ икән, уны кире ҡайтарыу яҡшыраҡ булыр. Сит карта менән файҙа­ланып ҡалырға тырышып, һуңынан бының өсөн ҙур күләмдә штраф түләү, енәйәт эшенә тарттырылыу – ахмаҡлыҡҡа тиң.  Һаҡ булығыҙ, яңылы­шыуҙан яҡын­дарығыҙҙы ла ҡурсалағыҙ! 


Енәйәт эштәре буйынса адвокат Айҙар ХЫЗЫРОВ әҙерләне.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: