Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
29 Июнь 2022, 07:00

“Юлдаш” радиоһы  фондында һаҡлана


 
Радио фондын барлағанда, репрессияға дусар ителгән яҙыу­сыларҙың ижадына ҙур урын бирелгәнен күрергә була. Тапшы­рыуҙарҙы әҙерләгән журналистар ҙа, тексты уҡыған актерҙар ҙа күптән был донъяла юҡ. Киләсәк хаҡына тип эшләгән изге эштәре өсөн уларға доға ҡылырға ғына ҡала.  Ысынлап та, фондта һаҡлан­ған  яҙмалар үткән заманға үтеп инергә, ул саҡтарҙа ниндәй идеология алға һөрөлгәнен, шул осор зыялыларының уй-ынтылыштарын, хеҙмәттәрен аңларға ярҙам итә. 

Билдәле партия эшмәкәре, шағир һәм журналист Булат Ишемғолдо яҡшы беләме бөгөнгө уҡыусы? Ул 1916 йылдың көҙөндә Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡый,  Ғ. Ту­ҡай, Дәрдмәнд, М. Ғафури, С. Рә­миев йоғонтоһонда ижадҡа килә, уларҙың ҡайһылары менән яҡшы таныш була.  Булат Ишемғолдо,  Дауыт Юлтыйҙы, Ғөбәй Ҡушаевты, “Йәш юҡһыл”ды ойоштороусы өсәү”, тип тә йөрөтәләр.  Ә беҙҙең бөгөнгө һүҙебеҙ авторҙың “Йән­сура” поэмаһы тураһында булыр. Эйе, хәҙерге Ейәнсура районында тыуып үҫкән Ғабдрахман Ғабд­рахманов 1923 йылда Булат Ишемғол булып китә. Исем алыштырыу кисәһендә “Беҙ – яңы тормош кешеләре. Исемебеҙ ҙә,  есемебеҙ ҙә яңы хәҙер”, тип иғлан итә. “Яңы тормош”то алға һөргән әҙиптең “Йәнсура” поэмаһынан шундай уҡ ялҡынлы романтик рух, пафос бөркөлөп тора. Помполитҡа мөрә­жәғәт рәүешендә яҙылған поэма көҙ айҙарындағы уңыш өсөн көрәш мәлен тасуирлай.  Беҙҙә иһә “Йән­сура” һүҙе ҡыҙыҡһыныу уятты. Элек ауыл шулай йөрөтөлдөмө, юғиһә? Тыуған ере Йәнсураға бағышланған юлдар бик тәбиғи яңғырашта бер нисә урында ҡабатлана:
“Йәнсура төнөн беләһең бит, 
Һаҡмар моңон тыңлап йыуана…”
“Колонна ҡалҡа тау өҫтөнә, 
Йәнсура сумған йоҡоға…”
“Йәнсура йоҡлай, тауыш-тын юҡ, 
ә колонна йырлай, яңрата…”
Булат Ишемғолдоң поэмаһында инде онотола төшкән һүҙҙәр ҙә бар:
Председатель эште ҡабул итте:
“Мәрҙәс икәнһегеҙ, егеттәр!”
Йәки:
Уҫал елдәр матур күҙҙәренә
 Шаярып ҡәүрәү һибеп китәләр.
“Йәнсура”ла лирикаға, романтик хистәргә урын бирелгән, унда шул ваҡыттың заңы булған көслө ритмика һәм революцион йырҙарҙан өҙөктәр  ҙә урын алған.  Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Хөсәйен Ҡудашевтың уҡыуында күҙ алдыбыҙҙан, гүйә, шанлы, ялҡынлы дәүер үтә. Әйткәндәй, оло талант эйәһе Хөсәйен Ҡудашев уҡыған тапшырыуҙар, уның ҡат­нашыуында яҙып алынған спек­таклдәр ҙә беҙҙең фондта байтаҡ. Дәүер тауышын ишет­тергән сәхнә оҫталарының эшмә­кәрлеге менән алдағы яҙмаларҙа ла таныш­тырырбыҙ.
     
Фәрзәнә Аҡбулатова.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: