1941 йылдың декабрендә ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған хәтирәләрҙе туплауҙа үҙе лә фронт һынауын үткән журналист, шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң хеҙмәте ҙур. “Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында коммунистар һәм комсомолецтар күпселек тәшкил итә ине. Улар һуғышта авангард ролен үтәне,” – ти ул бер яҙмала.
Башҡорт атлы дивизияһы ветераны, “Саҡма тояҡ аттарҙа” тип аталған документаль повесть авторы Әхтәм Ихсандың тауышын ишетеү шулай тулҡынландырғыс:
– Миңә, Башҡорт кавалерия дивизияһы воинына, фронтта саҡта йәш егеттәр менән йыш осрашырға тура килә ине. Комсомолецтарҙың бөтәһе лә тиерлек дивизияға үҙ теләктәре менән килгәйне. Улар араһында ВЛКСМ Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары Әхмәт Абдуллин бар ине. Майор Әхмәт Абдуллин, ҡаты ауырып сафтан сыҡҡансы, бер йыл самаһы дивизияның политик бүлеге менән етәкселек итте. Политбүлек начальнигының комсомол эштәре буйынса ярҙамсыһы күптәнге комсомол работнигы, бик булдыҡлы егет Нурмөхәмәт Азнағолов ине.
Һуғыш ветераны атаған һәр исем беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Полк комсомолецтары Тимерхан Баһауетдинов, Исмәғил Әбүталипов, Хәбир Вәлиев, Миңлеғол Арыҫланов, Ғәлим Миңлеғәлиев, Самат Назаров, Мансур Ҡузыбаев, Хәким Торғонбаев, Михаил Садиҡов, Насип Минһажев, Шәриф Ғатауллин… Уларҙың бөтәһе лә – ордендар менән бүләкләнгән йәш яугирҙар.
Был яҙмаларҙан Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлеге эргәһендә “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең һәр һанында тиерлек йәштәр тураһында хәбәрҙәр бирелгәнен дә асыҡлайбыҙ.
“Комсомолецтар Кәримов, Аслаев, Ильясов, Ҡотлобаев һәм Камалов иптәштәр үҙ ҡоралдарының мастерҙары, снайперҙар булыу кимәленә күтәрелделәр, – тип Әхтәм Ихсан йәштәргә юғары баһа бирә, – Усманов, алыштарҙың береһендә взвод командиры һәләк булғас, етәкселекте үҙ өҫтөнә алып, командирһыҙ ҡалған боецтарҙы атакаға алып китә…Йомғаҡлап әйткәндә, дивизияның 14 комсомолецы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була”.
Фондтағы яҙмаларға нигеҙләнеп, шанлы осорҙар, ваҡиғалар, шул ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәгән шәхестәр, улар ҡалдырған рухи ҡаҙаныштар тураһында артабан да бәйән итербеҙ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.