Өфө ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханаһының 2-се филиалы һәр уҡыусыһын ихтирам һәм хөрмәт менән ҡаршы ала. Ул баш ҡаланың “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһе халҡын хеҙмәтләндерә. Алты кешенән торған бәләкәй генә коллективта иң йәш хеҙмәткәр – Нәркәс ИҪӘНОВА. Ул ике йыл элек, Башҡорт дәүләт педагогия университеты янындағы колледждың “Китапхана эше” факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын башлап ебәргән.
2-се филиал – заман талаптарына яуап биргән, электрон технологиялар менән йыһазландырылған моделле китапхана. Уңайлыҡтар менән бергә бурыстар ҙа үҫә: хеҙмәткәрҙәр төрлө тармаҡ буйынса күргәҙмәләр эшләй, кисәләр үткәрә, осрашыуҙар ойоштора. Мотлаҡ рәүештә социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең эшен һәм китапхана күрһәткән хеҙмәттәрҙе рекламаларға, виртуаль күргәҙмәләр эшләргә тейештәр. Һәр китапханасының айырым яуаплы тармағы булһа ла, ҙур сараларҙы, эштәрҙе улар айырып тормайынса, бергәләп башҡара. Ейәнсура районында тыуып үҫеп, туған телен һыу кеүек эскән ҡыҙҙың иңенә тағы ла бурыстар һалынған: башҡорт телендәге күргәҙмәләрҙе эшләү һәм кисәләрҙе алып барыу.
– Әсәйем нәфис әҙәбиәт уҡырға яратты. Өйҙә һәр ваҡыт китап булды, һәм ул беҙҙе лә уҡыуға ылыҡтырырға тырышты. Нисәнсе класта уҡығанмындыр, хәтерләмәйем, ул мине Иҫәнғолдағы балалар китапханаһына алып барҙы. Ул беҙҙең фатирға ла, уҡыған мәктәпкә лә яҡын ине, көн аша тиерлек йөрөй инем. Ундағы сағыу һүрәтле, төрлө форматтағы китаптарҙы күреп, иҫем китте. Барыһы менән дә тиҙерәк танышҡы килә, уҡый башлаһаң, йөкмәткеһенән айырылып булмай – ваҡыт үтеү менән күңелемдә лә китапҡа оло һөйөү барлыҡҡа килде. Иң әүҙем уҡыусыларҙың береһе булараҡ, мине китапханасылар урамда танып, сәләм бирә, хәлемде һораша торғайны. Артабан улар ойошторған әҙәби кисәләрҙә, викторинала ҡатнаша башланым. Ул саҡта сайт юҡ, үткәреләсәк сара тураһында тышҡа белдереү ҡуйыла ине. Көн аша мәктәптән ҡайтышлай, нимә була икән, тип уларҙы инеп ҡарайым, – ти Нәркәс бала саҡ йылдарын хәтерләп. – Әммә бер ваҡытта ла китапханасы һөнәре тураһында уйланманым. Хатта уның өсөн махсус белем алырға кәрәклеген, ҡайҙа уҡытыуҙарын да белмәнем. Бала саҡтан миңә дауаханаларҙа оҙаҡ ятырға тура килде. Укол, система эшләгән, операциянан һуң ауырыуҙарҙы ҡараған шәфҡәт туташтарын күҙәтә инем. Шуғалыр, буласаҡ һөнәрем медицина менән бәйле булыр, тип уйланым. Әммә 9-сы класты тамамлағанда сығарылыш имтихандарының балдары аҙыраҡ ине, медицина колледждарының береһендә лә конкурстан үтә алманым.
22 йәшлек кенә булыуға ҡарамаҫтан, Нәркәскә байтаҡ тормош һынауын үтергә тура килгән. 6-сы класҡа барып, уҡыу башланған ғына мәлдә ул инсульт кисерә. Кома, ауыр операция, реанимация һәм оҙайлы дауаланыу – бала күңеле менән ул хәл-тороштоң ни тиклем ауыр икәнен аңлап та етмәй. Хәрәкәт итә, һөйләшә, үҙаллы ашай ҙа алмаған баланың аң кимәлен тәүге осорҙа табиптар ҙа аңлай алмай. Ер йөҙөндә изге кешеләр күберәк булһа ла, эргә-тирәлә ҡаты бәғерлеләр ҙә осрап ҡуя шул. Ә табиптар араһында шундайҙар булыуы бигерәк тә аяныслы. “Был балала өмөт юҡ, ғүмерлеккә “овощ” булып ҡаласаҡ!” – балаһы янында өҙгөләнгән әсә кешегә шундай хөкөм сығара бер “аҡыллы башы”. Балаһы өсөн йәнен бирергә әҙер торған Рәйсә Юлай ҡыҙы был ҡарар менән килешмәй, алда матур көндәр булырына ышанысын юғалтмай. Әммә һөйләшә, хәрәкәт итә алмаһа ла, тирә-йүндә нимә барғанын ишеткән, аңлаған, үҙенең хәле өсөн борсолған 13 йәшлек кенә бала ла бар бит!
– Уға тиклем нисектер ауырыу менән көрәшергә, ҡул-аяҡтарымды ҡуҙғалтырға, нимәлер әйтергә тырыша инем. Табиптың ошо һүҙен ишеткәс, минең өсөн йәшәү мәғәнәһе бөттө, – ти Нәркәс ул саҡтағы хәле тураһында. – Бала саҡ ғәмһеҙлеге лә, шатлығы ла юҡҡа сыҡты. Ауырыу һәм тиҙҙән буласаҡ үлем менән килештем. Бәлки, әсәйемдең тырышлығы һәм Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы булмаһа, ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыр инем. Мин төңөлдөм, ә ул ышаныс менән алға ынтылды. “Ышан, мин һине аяҡҡа баҫтырам!” – тип өгөтләп тә, йыуатып та, әрләп тә әйтә ине ул. Тик минең ышаныс бик яй, аҙ-аҙлап ҡына терелде. Етмәһә, һыуһағанды ла аңлатырға әмәлем юҡ. Ә аҙаҡ, аяғыма баҫа, тәүге аҙымдарҙы яһай башлағандағы ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы иҫләһәм, хәҙер ҙә ауыр булып китә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыһаң, унда йән һәм тән һыҙланыуҙарының ҡайһыһы ауырыраҡ икәненә яуап табып булмай. Ул тормошта ла шулай – икеһен дә кисергән кеше булараҡ, шуны ышаныслы әйтә алам: ауырыу-һыҙланыуҙың ауыры ла, еңеле лә булмай. Барыһы ла кеше күңелендә ҡурҡыу, кәмһенеү һәм өмөтһөҙлөк кеүек кире тойғолар ҡалдыра. Шулай итеп, мин тәүҙә йәшәүҙән ваз кисһәм, аҙаҡ һыҙланыуҙан туйып, аяҡҡа баҫыуҙан баш тартып маташтым. Өмөтһөҙлөккә бирелгән кешенең, етмәһә, мин, сабыйҙарса фекерләгән 13 – 14 йәшлек баланың, психик торошо бик-бик ауыр була. Быны аҙаҡ аңланым, ә ул саҡта миңә килеп һүҙ ҡушҡан, ярҙам итергә теләгән һәр кемде энәләрен тырпайтҡан терпе кеүек ҡаршы алдым. Бәлки, шуғалыр, бәлки, уларҙа ла минең шәбәйеүемә өмөт булмағандыр – өйҙә уҡытырға ҡарар сығарғас, күпселек уҡытыусы эшенә илке-һалҡы ҡараны. Көн һайын тейеш булған 4 – 5 дәрестең яртыһы уҡытылмай ҡала ине. Минең һаулығым өсөн генә түгел, ә киләсәк тормошом өсөн дә борсолоп, ғәҙеллек эҙләп йөрөгән әсәйемә лә ҡырын ҡараусылар, “ғауғасы” тигән ҡушамат тағыусылар булды. Ә бына бер кем дә уға: “Ҡыҙығыҙ ауырыу сәбәпле күп дәрес ҡалдырҙы, 6-сы йәки 7-се класты яңынан уҡығыҙ”, – тип кәңәш бирмәгән. Үҙ аяғымда йөрөй башлағас, 8-се класҡа һабаҡташтарым менән бергә уҡырға барҙым. Тик ике йыл ауырыуым һәм уҡытыусыларҙың илке-һалҡы ҡарашы үҙен һиҙҙертте лә инде – уҡыу программаһынан артта ҡалғайным. Элек әсәйем менән аяҡҡа баҫыу өсөн көрәшһәк, хәҙер белем алыу өсөн тырыша башланыҡ. Тик 9-сыны тамамлағанда имтихандарҙы насарыраҡ күрһәткестәргә тапшырҙым.
Яҙмыш кешеләргә үҙенең һынауҙары менән бергә хәл итер юлдарҙы ла бирә, тиҙәр. Нәркәс менән дә шулай була. Медицина колледжына конкурстан үтә алмаған ҡыҙ артабан нимә эшләргә белмәй аптыранып ҡала. Кемдер Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты янында колледж эшләүе тураһында хәбәр итә. Ҡыҙ әсәһе менән шунда юллана. Һәм улар юлына фәрештәләй изге күңелле, артабанғы тормошонда ҡурсалаусы, остаз булған уҡытыусыны – Валентина Яковлевна Носованы сығара. Ҡабул итеү комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы ханым уларҙы шәхсән үҙе ҡаршы алып, барлыҡ факультет, конкурс балдары тураһында һөйләп биргәндән һуң, ҡыҙҙан: “Һин китап яратаһыңмы?” – тип һорай һәм, ыңғай яуап ишеткәс, үҙе уҡытҡан китапхана эше йүнәлешендә белем алырға тәҡдим итә.
Студент тормошо башланғас ҡына Нәркәс был һөнәрҙең ҡатмарлы булыуын, төрлө яҡлап белем талап итеүен һәм кешеләр менән уртаҡ тел табырға кәрәклеген аңлай. Мәктәп программаһынан артта ҡалыуы иһә уҡыу йылдарында ҡамасауламай. Бында ул яҡын әхирәттәре – Александра һәм Анастасия менән таныша. Уҡыу алдынғылары Нәркәскә бар яҡтан да ярҙам итә һәм бер йыл эсендә уны алдынғылар рәтенә сығара.
Әле йәш белгес юғары белем алырға хыяллана. Әммә киләсәге тураһында аныҡ ҡарарға килә алмаған: бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, медицина йүнәлешенән китергәме әллә көндән-көн нығыраҡ оҡшата барған ошо һөнәрендә ҡалырғамы? Шулай ҙа ул бер нәмәне яҡшы белә: яҡшы китап та дауалау һәләтенә эйә. Үҙе лә ауыр мәлдәрҙә әҙәби геройҙарҙың ниндәй ауырлыҡтар кисереүен, уларҙы еңеү юлдарын табыуын иҫенә төшөрөп, йыш ҡына үҙендә йәшәр көс таба. Хәҙер иһә интернет, телевидение селтәренән арып, күңелендә һүҙ сәнғәтенә, әҙәбиәткә, китапҡа һөйөү йөрөткән һәр уҡыусыһына ихтирам менән ҡарай.
Р.S. 13 йәшендә “Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән”дәр категорияһына ҡараған Нәркәс Иҫәнова бөгөн тулы тормош менән йәшәй. Үҙенең һәм әсәһенең ярҙамы менән аяғына баҫҡан, хәтере һәм телмәре тулыһынса тергеҙелгән. Колледждың 2-се курсында уҡығанда табиптар комиссияһы уны сәләмәт тип таба.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.