Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Март 2022, 07:00

Әллә күҙ тейҙе, әллә ҡайғы еле?..

Маһира тәҙрә янына барып, тыштағы тауыштарға ҡолаҡ һалды.

Епшек ҡар яуалыр, моғайын: тәҙрәгә ваҡ ҡына боҙсоҡтар ҡағылып, сыҡ-сыҡ иткән тауыштар ишетелә. Башҡалар, бәлки, ишетмәйҙер, әммә уның тауышты һаҡ һәм һиҙгер ишетеү һәләте һәр өндө эләктереп ала. Күҙҙәре күрмәҫ булғас, был һәләте тағы ла артҡан кеүек: кешеләрҙе аяҡ тауышынан уҡ таный, хатта кәйефе бармы, арығанмы әллә шатлыҡтан осоп-ҡунып йөрөймө – шуны ла һиҙә. Ҡатын барып газ мейесен һүндерергә итте лә ҡыҙын көтөргә булды. Ни тиһәң дә, ут менән уйнарға ярамай. Рашҡы яуғанда көн йылы – өй эсе эҫеп китер инде. Бик булмаһа, тәҙрәһен асып, елләтер.

Ғүмер буйы осоп-ҡунып бейеп, ауыл сәхнәһенең күрке булған, эште емертеп башҡарған уңған ҡатынға 50 йәше тулыр-тулмаҫтан кеше көнлө булып ултырыу бик ауыр. Тик балаларын ҡайғыртмаҫ өсөн күңел төшөнкөлөгөн һиҙҙертмәҫкә тырыша. Дүрт йылда яңыса йәшәргә өйрәнде инде, тик бына уттан ҡурҡа. Әсәһе менән ағаһының вафатынан һуң. Шуға ашарына ауылдағы ике ҡыҙы алмаш-тилмәш әҙерләй. Микротулҡынлы мейестә йылытып алырға өйрәнде. Өфөлә йәшәгән килене икенсе юлы мультиварка алып ҡайтырға вәғәҙәләне әле, бәлки, уның менән үҙе лә аш-һыу йүнәтә башлар. Көн буйына телевизор йә радио тыңлап күңелен баҫа. Таныш-тоноштары ла шылтыратып, хәлен белеп тора, ауылдаштары ла килгеләй. Яңғыҙ итмәйҙәр.

– Кисә һуғым һуйҙыҡ бит, шуға әҙерләнеп йөрөп, өс көн инә алманым. Бөгөн, мин әйтәм, инеп, хәлен беләйем, яңы иттән, һуғым ашынан ауыҙ иттерәйем, – ишектән күршеһе Лилиә килеп инде лә хәбәрен теҙә лә башланы. – Эй-й, Маһира, былай ултырыуың бушҡа түгел һинең. Күҙ тейгән! Бигерәк талантлы, һылыуһың бит, һоҡланмаған кеше булманы. Мең ғәләм алдында, ҙур сәхнәләрҙә йөрөп, харап булдың. Донъяның кеме юҡ, тигәндәй. Берәй муллаға барып, өшкөрөлөп ҡара, күҙҙәрең асылып китер, иншалла!

Маһираның был турала уйлағаны бар ул. Ысынлап та, төҫкә бала саҡтан матур булды. Урамға сыҡһа, һәр береһе яратып, битенән үбеп, тәмлекәс биреп китер ине. Ә мәктәпкә барғас, бейергә оҫталығы асыҡланды. Башҡалар менән ансамблдә бейергә теләһә лә, ҡушманылар: “Бишбармаҡ”, “Заһиҙә” кеүек бейеүҙәр менән яңғыҙын ғына сығарҙылар. “Арыш араһындағы бойҙайым!” – тип яратты атаһы. Алты малай араһындағы бер бөртөк ҡыҙ ине шул. Уларҙан иркәләнеп, яҡланып ҡына үҫһә лә, эш күп эләкте. Анау сама малайға һәм бәһлеүәндәй иренә әсәһе бер үҙе ашарға әҙерләп, кейем-һалымды йыуып өлгөрмәй ине. Шуға ла Маһира 5 – 6 йәштән ҡул араһына инде. 11 йәштә күпертеп икмәк һалырға ла өйрәнде.

“Артист булыр!” – тигән уҡытыусыла­рының, туғандарының өмөтөн аҡлап, Маһира Стәрлетамаҡ мәҙәниәт технику­мының бейеү бүлегенә уҡырға инде. Ә уны тамамлағас, күпме генә бейеү театрына саҡырмаһындар, үҙ ауылына эшкә ҡайтты. Талант ҡайҙа ла үҙен һиҙҙерә, тигәндәй, юғалып ҡалманы ул. Күрше ауылдарҙа ла, үҙҙәрендә лә бейеү ансамбле төҙөп ебәрҙе, мәктәптәрҙә бейеү түңәрәктәре асты. Үҙе лә конкурстарҙа еңеп, йыш ҡына Өфөгә, Стәрлетамаҡта үткән байрамдарҙа ҡатнашырға саҡырыуҙар алды. Ғашиҡ булыусылар ҙа күп ине. Әммә ул бала саҡтан оҡшатып йөрөгән ябай ауыл егете Ғәзизде һайланы. Тракторсы булып эшләһә лә, Маһираның талантының баһаһын белә ине. “Теләһәң, ҡалаға йә район үҙәгенә күсәйек”, – ти торғайны. Тик ҡатын ата-әсәһе, йәшләй тол ҡалған ҡәйнәһе, ауылда төпләнгән ағалары менән аралашып йәшәүҙе хуп күрҙе. Бер-бер артлы балалары тыуҙы. Ҡыҫҡаһы, Маһираның бар тормошо, йәшәйеше һоҡланғыс, матур ине. Кем белә, бәлки, көнләшеүселәр ҙә, ҡара уйлылар ҙа булғандыр. Күҙ тейгән, тип әйтеүҙәре лә хаҡтыр. Әммә күҙ нурҙарының юғалыу сәбәбен ул яҡшы белә – күҙ йәштәрен күп түкте. Ҡайғы, бәлә ишектәре бер асылмаһын икән. Тауҙан төшкән ҡар йомарламы кеүек, ҙурайғандан-ҙурая барып, юлындағы бар нәмәне тапап, юҡҡа сығарып китә икән ул. Ҡайһы саҡта Маһира: “Матурлыҡ түгел, бәхет бирһәңсе, Раббым!” – тип илай ине. Бала саҡтан ел-ямғыр теймәй үҫкәс, һынауҙарҙы, ҡайғыларҙы бик ауыр кисерҙе. Эскегә һалышыр мәлдәрендә ярай әле ҡәйнәһе Мөслимә булды:

– Балам, һин юлдан яҙма инде. Бынау балалар менән мин нисек йәшәйем? Миңә лә еңел түгел. Сабыр итәйек. Зинһар, аҡылыңды юйма, – тине ул, килене клубтағы бер саранан һуң ҡыҙмаса ҡайтҡас. Эшен ташларға ла ирек бирмәне. – Уйнап-бейеп йөрөгөң килмәйҙер. Тик кеше араһында, эш менән бер аҙ ҡайғың онотолор. Өйгә, үҙ-үҙеңә бикләнеү ярамаҫ.

Үҙ-ара һуғышып, шаярышып мәж килгән, өйҙә шау-шыу ҡуптарған алты малайға ҡарап, атаһы йыш ҡына асыуланып: “Ҡырым сиреүе был балалар нимәгә кәрәккән беҙгә!” – тип ороша ине. Әллә Аллаһы Тәғәлә шул һүҙен ишеттеме, ир ҡорона инер-инмәҫтән өс ағаһы бер-бер артлы вафат булды. Олоһо Фәрит 38 йәшендә юл фажиғәһендә үлде, Азатта яман шеш таптылар. “Һуңлағанһығыҙ”, – тине табип. Ысынлап та, дүрт айҙа юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Сәлим иһә ниндәйҙер сәбәп менән башын үҙе элмәккә тыҡты. Был ҡайғыларҙы кисерә алманылар: атаһы йөрәк сиренән малайҙары артынан китте, әсәһе бөтөнләй түшәккә ятты. Үҙенә күсереп алып ҡайтырға ниәтләгәйне лә, күршелә генә йорт һалып сыҡҡан Юлай ағаһы менән Сәймә еңгәһе ҡаршы төштө:

– Оло кешене нигеҙенән айырмайыҡ. Ҡулдан килгән тиклем тәрбиәләрбеҙ, һин дә ярҙам итерһең.

Ике йыл ятҡандан һуң, әсәһе тамам насарайҙы. Ана үтә, бына үтә, тип көтөп, көн аралаш Юлай менән Маһира янында йоҡлап ҡала башланы. Тик кем уйлаһын яҡын кешеһенең әжәле ауырыуҙан түгел, ә уттан булыр тип. Етмәһә, ағаһы ла бергә китеп барҙы. Төндә сыҡҡан утты шунда уҡ күреүсе булмаған, янғын һүндереүселәр килгәндә өйҙөң түбәһе ишелеп төшкәйне инде. Ҡайнағаһын ҡотҡарырға ынтылған Ғәзизде кешеләр тотоп ҡалды. Ә Маһира утты күреү менән иҫтән яҙып йығылғайны. “Газ мейесе төҙөк булмаған”, – тине аҙаҡ тикшереүселәр. Шунан бирле ул уттан ҡурҡып ҡалды.

Ҡайғы-хәсрәт ҡатындың иңен баҫҡан­дан-баҫты, әммә таяныр таянысы – ире булғанда артыҡ бирешмәне. Тик уның да ғүмере ҡыҫҡа булып сыҡты: тракторы менән кәбән һөйрәтеп ҡайтып килгәндә ағасҡа төкөп, вафат булды. Күҙ менән ҡаш араһында һепертмә буран сығып, юлдан яҙғайны. Икенсе көндө, көн асылғас ҡына табып алып ҡайттылар. Быға тиклем ҡайғыла сабыр булырға тырышып, кеше алдында күҙ йәше сығармаған Маһира тәүге тапҡыр түшәлеп ятып иланы. Аят аштарын да күршеләре үткәрҙе, ҡатындың аш-һыу әҙерләү түгел, атларлыҡ та хәле  юҡ ине. Ярай буй еткереп килгән балалары донъяны өләсәләре ярҙамында үҙҙәре көттө. Ҡайғы эҙһеҙ үтмәне – Маһира ауырыуға һабышты. Дауаланырға теләге лә юҡ ине. Был юлы ла донъя күргән ҡәйнәһе үҙ һүҙен әйтте:

– Ауыр икәнен аңлайым, юғалтыуҙар бигерәк күп. Әммә һин тәү сиратта балаларың өсөн йәшәргә тейешһең. Бер-бер артлы улдарын юғалтҡан ҡоҙағый ҙа, берҙән-бер баламды ерләгән мин дә йәшәргә тырыштыҡ. Һин дә тырыш.

Эйе, тормош дауам итте. Балалары үҫеп, уҡырға инә торҙо. Уларға аҡса еткерәйем, тип эшләне, малын да аҫраны, хатта тамада булып, кеше күңелен асып та йөрөнө. Аҙаҡ ике ҡыҙы ауыл егеттәренә кейәүгә сыҡты, улы ла кәләш алып, Өфөлә төпләнде. Үҙенә лә тәҡдим яһаусылар булды, тик күңеле ятманы. Маһира, балалар хаҡына, тип йәшәп өйрәнгәйне инде. Биш йыл элек 80 йәшен тултырған ҡәйнәһе лә мәрхүмә булды. “Ризамын, килен. Күпте күрҙең. Хоҙайға бер үтенесем: һиңә бала ҡайғылары бирмә­һен!” – тине ул бәхилләшкәндә.

Күҙ нурҙарын юғалта башлауын шунан алда уҡ һиҙгәйне инде. Йоҡоһо бөтөп уянды ла, бер аҙ яҡтыра башлауын көтөп, ята бирҙе. Әжәле яҡынлауҙандыр инде, һуңғы арала төндәр буйы йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған ҡәйнәһе бер аҙҙан тауыш бирҙе:

– Килен, һыйырыңды көтөүгә һуңла­таһың бит. Күптән таң атты...

Йүгереп тышҡа сыҡҡас ҡына таң яҡтыһын күрҙе.

Яйлап түгел, бик тиҙ һуҡырайҙы ул. Ярай, ҡәйнәһен һуңғы юлға тәрбиәләп оҙата алды. Ә бына хәҙер үҙе ҡыҙҙары ҡулына ҡарап ҡалды. Тик килен булып төшөп, ғүмер иткән йортон ҡалдырғыһы килмәне. “Килеп-китеп йөрөһәгеҙ, булды. Үҙемсә йәшәргә тырышып ҡарармын”, – тигәйне. Ысынлап та, һәүетемсә генә йәшәп ята. Ауылдаштары, бигерәк тә аралашып йәшәп өйрәнгән оло быуын кешеләре ярҙамсыл. Киләләр, шылтыраталар. Бына бит, рашҡы яуа, тип тормаған, бешкән һуғым итен ауыҙ иттерергә тип, күршеһе ингән.

– Эй-й, Лилиә, күҙ тейеү түгел шул был ауырыу. Ҡайғы касафаты. Кеше 40 көн ҡайғыра ла, күнә, тиҙәр. Һәр береһенә шулай илағанда ла, күпме күҙ йәшем түгелгән, уйлап ҡара. Ә ғүмер иткән ирең, бер туғандарың, ата-әсәйеңдең үлеменә 40 көн түгел, 40 айҙан һуң да күнеп булмай шул. Төндәр буйы илап сыҡҡан мәлдәр бар. Мин күргәндәрҙе башҡаларға күрһәт­мәһен, – тип яуапланы ул Лилиәгә. – Шулай ҙа аңлайым, һәр кемде Алла үҙенсә һынай, шул уҡ ваҡытта ярҙамын да бирә. Бына бит, һуҡыр килеш тә йәшәргә өйрәнеп барам. Ярҙамға һине лә ебәргән. Газды бер аҙ һүндереп тор әле, өй эҫеп китмәһен...

 

                         Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: