Көн һайын гәзитебеҙ сайтында БР Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының сводкаһын бирәбеҙ: “тәүлек эсендә шунса автомобиль аварияһы теркәлгән, шунса кешенең ғүмере өҙөлгән, шунса кеше яраланған”. Фотоларҙа – кәнсир ҡалай ише йәмшәйеп ватылған, ярылған машиналар, ҡан таптары, япма менән ябылған кеше кәүҙәләре... Һәр һан артында – айырым кешеләр. Улар аварияға тиклем нисек йәшәгәндәрҙер – билдәһеҙ, ләкин фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң яҙмыштары селпәрәмә килә: кемдер яҡты донъянан китеп бара, кемдер ғүмерлеккә инвалид булып ҡала, кемдәрҙер – ата-әсәһен, ә кемдер ғәзиз балаһын юғалтып, ҡара ҡайғыға бата, кемдәргәлер иһә енәйәт эше асыла. Һәр фажиғәле авария күҙ йәше, ҡан менән һуғарылған. Райондарҙың береһендә йәшәгән Суфьяновтар* ғаиләһе лә ҡурҡыныс статистикаға эләгеп, һаманғаса фажиғәнең эҙемтәләрен үҙ елкәһендә татый.
Бәлә уларҙы ҡышҡы юлда һағалай. Башҡа көндәрҙән бер нимәһе менән дә айырылмаған ғәҙәти көндө Суфьяновтар маңҡалап торған кинйә улдарын олатай-өләсәйҙәрендә ҡалдырып, өйҙәренә ҡайтырға сыға. Трасса таҙа, транспорт та әллә ни күп түгел. Рулдә – Әлфиә, унан башҡа машинала ире, үҫмер ҡыҙы һәм уртансы улы була.
– Ҡаршыға йөк машинаһы килә ине, водителдең эйелгәнен күрҙем һәм кинәт ул беҙҙең һыҙатҡа килде лә сыҡты, – тип һөйләй Әлфиә. – Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. Алда ултырған ҡыҙым: “Әсәй!” тип кенә ҡысҡырып өлгөрҙө. Бәрелеү шундай көслө ине, һауаға остоҡ. Тирә-яҡтан ҡан сәсрәне... Һыуға сумғанда ҡолаҡ тона бит, шундай тойғо үҙенә йомдорҙо. Шомло тынлыҡ урынлашты. Күпмелер ваҡыттан, машина шартламаһа ярар ине, тигән уй йәшен кеүек мейене ярып үтте. Баламдың “аһ” тип ауыр ыңғырашҡанын ишеттем. Хәүефһеҙлек ҡайышын ысҡындыра алмай ҡаңғырҙым. Улым илап ебәрҙе. Йән асыуына бөтә көстө йыйып, ишекте асып ебәрҙем. Ҡыҙым үҙе сыға алды. Машиналар туҡтаны, кешеләр ярҙамға ашыҡты. Беҙ шаңҡыған хәлдә инек. “Тиҙ ярҙам”ды саҡырта алманыҡ, бәйләнеш булманы. Мине кемдәрҙер үҙҙәренең машинаһына ултыртып, дауаханаға, тип алып китте. Ләкин бер аҙҙан “Тиҙ ярҙам” менән бергә кире әйләндек. Улымдың ҡанын туҡтата алманылар. Ҡыҙымды ергә һуҙып һалғайнылар. “Тиҙ ярҙам” фельдшерҙары ярҙам итмәй, оҙаҡ тапанып торҙо. Бер дарыуҙары, хатта бинттары ла юҡ ине. Юлдағы ҡатындарға рәхмәтем сикһеҙ, улар, күрәләтә кешеләрҙе үлтерәһегеҙ бит, тип ҡысҡырып, ярҙам итеште. Шунан һуң ғына беҙҙе дауаханаға алып китергә булдылар. “Тиҙ ярҙам”да ни миңә, ни балаларыма урын юҡ. Ҡыҙым менән мине нисектер һалдылар, улыбыҙҙы ултырттылар. Күп ҡан юғалтҡан бәләкәсем: “Беҙҙе түгел, әсәйебеҙҙе ҡотҡарығыҙ”, – тип кенә көс-хәлгә әйтеп өлгөрҙө – иҫен юғалтты. Үҙе ауыр хәлдә булып та, кескәй йөрәге менән мине хәстәрләгән балам комаға китте... Дауаханаға килеп еткәс, тәүҙә улымды алып инеп киттеләр, шунан мине индерҙеләр. Баламдың янындағы берәүҙең әйткәне ишетелде: “Ниңә уны реанимацияға индерәһегеҙ, күренеп тора бит, до утра не выживет”. “Не выживет” – ошо һүҙҙән гүйә йөрәгем ярылды, аңымды юйҙым...
Битемә һуҡҡас, күҙҙәремде астым, һөйләшер хәлдә түгел инем, шул уҡ мәлдә миңә укол яһанылар, тағы бушлыҡҡа остом. Уянып киткәс тә, саҡ телемде әйләндереп: “Балаларым тереме?” – тип һораным. Бер кем бер ни өндәшмәне. Эргәләге тумбочканан телефонды һәрмәп табып алып, шылтыратырға иткәс кенә, тере, бөтәһе лә яҡшы, тинеләр. Дүртебеҙ ҙә ауыр яраланғайныҡ. Мине дауаханала бөтөнләй ҡараманылар, тиһәм дә була, операция эшләмәнеләр. Хәлем үтә хөртәйгәс, туған тейешле түрәгә шылтыратырға мәжбүр булдым. Хәлебеҙҙе һөйләгәс, ул һис бер һүҙһеҙ ярҙам ҡулын һуҙҙы. Уға шылтыратҡандан һуң күп тә үтмәне, дауахана етәкселәренең береһе миңә, һиңә нимә кәрәк, ниңә шылтыратаһың, тип аҡырып әрләне. Уның артынса шәфҡәт туташы инеп, һеҙҙе вертолет менән Өфөгә оҙатырға ҡуштылар, тип әйтеп сыҡты. Ләкин мине вертолетта түгел, ә “Тиҙ ярҙам” машинаһында ебәрҙеләр. 11-се синыфта уҡып йөрөгән 16 йәшлек өлкән балам минең менән бергә барҙы. Машина һыуыҡ, уңайлыҡтар юҡ. Юлда һелкетә, бер нисә тапҡыр иҙәнгә тәгәрәп төшә яҙҙым. Һикерткән һайын ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрәм. Миңә ауыртыуҙы баҫа торған укол ҡаҙайҙар, тик ярҙамы оҙаҡҡа етмәй. Шул көйөнсә һыҙлана-үртәнә, өшөп-туңып Өфөгә төнгө сәғәт ун икелә барып еттек. “Тиҙ ярҙам” беҙҙе дауахана ишеге төбөндә төшөрҙө лә, кире ҡайтты ла китте. Ә беҙҙе дауаханаға индермәйҙәр! ПЦР талап итәләр. ПЦР булмағас, мине носилкаға һалып, әллә ҡайҙа алып киттеләр, әле бәлиғ та булмаған балам япа-яңғыҙы ят ҡалала ҡышын урамда тороп ҡалды! Йөрәгемдең әрнеүе... Палатаға индереп һалғастары:
– Мин ҡайҙа ул? – тип һораным.
– «Ҡыҙыл зона»ла, – тигәйнеләр, үкһеп илап ебәрҙем:
– Ковид йоҡторам бит...
– Бер ни эшләй алмайбыҙ, ПЦР-ығыҙ юҡ...
Бер тин аҡсаһыҙ урамда һыуыҡта тороп ҡалған балаҡайым атаһына шылтыратҡан. Ирем Өфөнән утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылда йәшәгән сыбыҡ осо туғандарҙы иҫләп, шуларҙың адресын әйткәс, балам төндә шунда юлланған. Юлды белмәйенсә. Йәйәү барған. Туғандарға барып ингәндә һөйәгенәсә туңған булған...
«Ҡыҙыл зона»ла ҡот осҡос ине. Үҙебеҙҙә табиптар көнөнә берҙе булһа ла инеп, ҡарап сыға торғайны. Ә унда һин бер кемгә лә кәрәкмәйһең, һине бер кем ҡарамай, инеп тә сыҡмайҙар. Тамаҡ кипте, ни һыу юҡ, ни телефонға үрелеп буй етмәй, һәр ҡыбырлау – сикһеҙ ауыртыу. Ни тороп, ни ятып булмай. Ҡысҡырам, бер кем килмәй. Ауыртыуҙан күҙем күрмәй башланы. Һуҡырайғанмындыр, тип иланым. Былайтып ятһаң, үләһең бит, тип аҡтыҡ көстө йоҙроҡҡа туплап, урынымдан ҡалҡындым. Телефонды алып, тағы түрә заттың номерын йыя алдым. Шунан һуң ғына табиптар килеп, мине аҫҡа төшөрҙө, ҡарай башланылар.
Туғандарҙан аҡса алып, баш ҡалаға кире килгән балам ПЦР тапшырып, төрлө таныш аша һөйләшеп, уны яныма индерә алдыҡ. Балам мине, урындан тора алмай ятҡан әсәһен, ҡарап тәрбиәләне. Дауаханала хирург-травматолог Булат Ишмулла улы Әбделғужин, әлегә операция яһарға иртәрәк, “отторжение” булыуы ихтимал, тип мине көн дә килеп ҡараны, хәлемде күҙәтте. Ул, бында дауалан, ята бир, тиһә лә, балаларым янына ҡайтырға ашҡындым, үҙебеҙҙә дауаланырмын, тинем. Миңә ултырып ҡайтырға ярамай бит, үҙебеҙҙән “Тиҙ ярҙам” менән килеп алып ҡайтырға тейештәр ине, әммә улар машина бирмәне. Сараһыҙлыҡтан йәнә түрә туғаныбыҙҙы борсорға тура килде. Уның ярҙамында ғына өйгә ҡайта алдым. Бында мине бер табип килеп ҡараманы, етәкселәренә шылтыратһам, асыуландылар, ярҙам итер урынға ярҙан эттеләр... Ярты йылға яҡын кеше көнлө яттым. Күкрәк, аяҡтар шеште, арҡа боҙолдо, тын алыуы ауыр ине, йөрәк бер туҡтауһыҙ туланы. Министрлыҡҡа яҙғас ҡына бер терапевт килеп, арлы-бирле ҡараны ла, ә һеҙ нимә теләгәйнегеҙ, авариянан һуң шулай була инде ул, тип ҡулдарын йәйҙе. Булат Ишмулла улы менән телефон аша кәңәшләштем. Невролог, терапевт килеп ҡараһын, застойная пневмония булып ҡуймаһын, КТ үтергә кәрәк, тип борсолдо ул. Дауахана етәкселәренең береһенә ярҙам һорап шылтыратҡас, был минең проблема түгел, тип ҡысҡырҙы. Их, ул бәндәләргә көнөң ҡалмаһын ине лә бит, әлеге лә баяғы сараһыҙлыҡ – үҙ аяҡтарыма баҫа алмайым... Өҫтәге етәкселек аша ғына “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, КТ үтә алдым. КТ һөҙөмтәһен Булат Ишмулла улына ебәргәйнем, насар күренә, аңлап булмай, Өфөгә кил, тип көнөн тәғәйенләп саҡырҙы. Табип әйткән көн килеп етте, ә ул телефонды алмай. Күпмелер ваҡыттан, ковид эләктерҙем, госпиталдә ятам, хәлдәрем насарайҙы, тип яҙҙы. Ә бер нисә көндән уның телефонынан ҡурҡыныс хәбәр килде: “Булат Ишмулла улы китеп барҙы...” Шул тиклем изге күңелле, иҫ киткес яҡшы кеше, алтын ҡуллы хирург ине Булат Ишмулла улы. Юғары хәрефтән Кеше һәм ысын табип... Йәне йәннәттә булһын, тип уға рәхмәттәр уҡыйым...
Туғандар ярҙамында сит ҡала табиптарына күрендем, һөйәк төҙәлмәйенсә, бер ни эшләй алмайбыҙ, тинеләр. Ул һөйәктәр төҙәлмәй, аяҡтарҙа ла некроз башланған. Ә минең “больничный”ҙы яптылар. Иремдең йәрәхәттәре бер туҡтауһыҙ һыҙлай, ҡыҙым менән улым көнө-төнө ауырый, үҙем саҡ йөрөйөм... Нисек эшләрмен, күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Ауыр хәлдә ҡалғанда ярҙам иткән яҡшы кешеләр ҙә күп, шөкөр, ләкин араларында, үкенескә күрә, яуыздары ла етерлек. Авария шаһиттарының һөйләүҙәренсә, йөк машинаһы бик юғары тиҙлектә алдында барған өс машинаны уҙып, беҙгә килеп бәрелгән, беҙ туп кеүек һауаға осҡанбыҙ. Һауала әйләнеп ергә бәрелеп килеп төшкәнбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр мине ғәйепләп һөйләне, йәнәһе лә, ғаиләһен үлтерә яҙҙы, ҡатын-ҡыҙ рулдә булғас, шулай аварияға тарыйҙар инде, тип. Ләкин минең бер ғәйебем дә юҡ, ҡыуманым, тыныс ҡына үҙ һыҙатым буйлап килә инем. Йөк машинаһы водителе үҙ ғәйебен таныны: “обгонға” сыҡҡанда ул телефонын алырға үрелгән. Әҙерәк арыраҡ булһа, мин машинаны бороп өлгөрә алыр инем, әммә ул маңлайға-маңлай килеп сыҡты – бәлә булып...
Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса суд Суфьяновтарһыҙ үткән. Аварияла ғәйепле водитель ни бары 1,5 йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Ә уның ашығыуы, телефонға әүрәүе дүрт кешенең һаулығына төҙәтеп булмаҫлыҡ оло зыян, тормоштарын пыран-заран килтергән.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
*- исемдәр алмаштырылды.