Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Март 2022, 13:48

Илтәй һәм Мөсәт ауылдары тарихы

Йәмле Йүрүҙән буйҙарына  алыҫ Себер яҡтарынан иң беренселәрҙән булып Илтәй менән Саҡай тигән кешеләр килеп төпләнә.

Шуға ауылды – Илтәй, ә ҡайһы берәүҙәр  Саҡай тип йөрөтә. Улар йәшәгән Түбәнге Тал тип аталған  урында  йорт нигеҙенең ташы һаман да  һаҡланған. Был ер тормош көтөү өсөн бик уңайһыҙ һәм хәүефле булған, сөнки йыш ҡына  һыу баҫҡан.

Һуңынан халыҡ  үрге яҡҡа, тау аҫтына, күсеп  ултырған. Улар араһында Һәйтембәк тигән кеше лә булған. Ул көн иткән ер  Һәйтембәк ҡалҡыулығы тип йөрөтөлә башлаған. Бында тағы  Яппар исемле кеше лә донъя көткән. Ололарҙың һөйләү­ҙәренсә, ул был тарафтарға Ҡазан яҡтарынан килгән һәм  төрлө әйбер  һатып көн күргән.

Ауылды Кантонтау, Ҡарағайтау,  Ябыҡтау, Уртатау, Сәскәлетау, Оҙонғор, Әстей, Хажи ҡаштағы, Ташлы  ҡул, Йөнлө  ҡул,  Һайыҫҡан  ҡыуаҡ тигән атамалы тауҙар уратып алған. Әсәнкүл,  Оҙонгүл,  Түңәрәккүл бар.

Илтәй  ауылында  Ғәбнасир Әбделғәниев тигән кантон  башлығы йәшәгән.  Ул  бик  уҡымышлы  һәм  дини  кеше  булған. Фани  донъя  менән  хушлашыр  алдынан  уландарына: “Донъя  үҙгәрер, иманһыҙҙар  күбәйер, эсәр  һыуыбыҙ, урманыбыҙ  ҡо­рор,  ҡәберлекте  дуңғыҙҙар  тапар.  Мине   ауыл  янындағы  иң  бейек  тауға  атым  менән  мендереп  күмерһегеҙ”, – тип әйтеп ҡалдырған. Улдары  васыятын үтәгән: йәйҙең  иң  эҫе  көндәренең  береһендә,  кантон  баҡыйлыҡҡа  күскәс, иң   яратҡан  атына  арба   тағып, текә  тау  үренә  юл  алғандар.  Уның башына етеү  менән  аты  ла  йән  биргән. Икеһен бергә ерләгәндәр. Шунан һуң тауҙы  Кантонтау  тип  йөрөтә башлағандар. Унда  таштар  менән  уратып  алынған  ҡәберлек  һаҡлана.                                                                                                                                                         

Мөсәт  ауылы ла боронғо  ауылдарҙан   һанала. Ололар   әйтеүенсә, уның  тарихына  бәйле  мәғлүмәтте  муллалар, уҡымышлы  кешеләр  Ҡөрьән  китабының эсенә  теркәп  барған.  Хәҙер  уларҙың    яҙмышы  билдәһеҙ.  XVIII  быуат  урталарында,  ат  өйөрөн  эҙләп,  Урал  аръяғынан  Мәсәғүт  һәм  Мөммәк  исемле  егеттәр  был  яҡтарға  килеп  сыға. Урмандарҙың   ҡуйылығына,  һыуҙарҙың  тәрәнлегенә,  кейектәрҙең  күплегенә  хайран  ҡалып, бында  йәшәргә  күсеп  киләләр.  Тәүҙә  Йүрүҙәндең  ҡушылдығы – Эләк  йылғаһы  буйына урынлашалар, ә зыярат  йылғаның  уң  яҡ  ярында, ҡалҡыуыраҡ  урында  була. Бер  ваҡыт мәйет  сығарғанда  кәмәләре  әйләнеп  китә.  Ошо  ваҡиғанан  һуң  халыҡ  йылғаның  уң  яҡ  ярына  күсенә.

Мәсәғүт  Йүрүҙәнгә  ҡойған  Имән  йылғаһының  һул   яғын, тау  башын төйәк итә. Хәҙер  тау уның исемен  йөрөтә. Мөммәк   йылғаның текә яры  буйында  йортона  нигеҙ  һала. Ә Мөсәт –  уның  нәҫелен  дауам  итеүсе. Тимәк,  ауыл  уның  исемен  йөрөтә. Мөсәттең  улы   Байбулат,  уның  улы Ишмөхәмәт булған.                                                                                                                                                                                  

Был ер-һыу атамалары тарихы 1894  йылда  Илтәй  ауылында тыуған  Исрафил  Мөхәммәтзариф  улы   Зариповтың  ғаилә  архивынан,  улы Рәшиттән яҙып  алынды.

 

Лияна СИРАЖЕВА,

X синыф уҡыусыһы.

Салауат районы,

Янғантау мәктәбе.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровAdminQ Admin
Читайте нас: