Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Декабрь , 18:48

Әкиәт донъяһына рәхим итегеҙ!

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры иң талапсан кескәй тамашасы йөрәгенә юл табыр! 

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры янына еткәс, ҡапыл үҙемде кескәй генә ҡыҙсыҡҡа әйләнгәндәй тойҙом. Ҡупшы шыршыҡай, ылыҡтырғыс балалар майҙансығы, зауыҡлы бина, күҙҙең яуын алып йымылдаған уттар, иркен фойела йылмайып ҡаршы алған апай-ағайҙар ғәмһеҙ бала саҡ иленә әйҙәне.

Театрға өр-яңы һулыш индерелгән: «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты ярҙамында бина тулыһынса реконструкцияланған. Ҙур һәм бәләкәй залдар, балалар студияһы, оҫтаханалар, музей, кафе – барыһы ла бөгөнгә яраҡлаштырылған, матур төҫ алған. Бындай әкиәти донъяла ололарҙың да мәшәҡәттәре юҡҡа сыға, әлбиттә.
Бөгөн Рәсәйҙең Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Ольга Казакова театр менән танышырға килде. Уның менән шулай уҡ Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла булды.
Ольга Казакова театрҙа заманса шарттар булдырыу мөһимлеген билдәләне. "Бөгөнгө балалар сағыу һүрәттәр, уйынсыҡтар, мауыҡтырғыс сценарийҙар теләй. Уларҙың талаптарына яуап бирергә, заманса инфраструктура тәҡдим итергә тейешбеҙ. Театрҙағы мультимедиялы интерактив уйын бүлмәһе тап ошо ихтыяжға яуап бирә, – тине Ольга Михайловна. – Театр миндә һоҡланыу һәм ҡыуаныс тойғолары уятты!" Мәскәү ҡунағы театр коллективына үҫеш һәм уңыштар, ә балаларға театрға килеп, сәләмәт һәм изге булып үҫһендәр, тип теләне.
2017 йылдан алып «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проекты сиктәрендә тәрән йөкмәткеле 13 спектакль ҡуйылған. Шуныһы ҡыуаныслы – улар республика драматургтарының әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән. Шулай уҡ проект ярҙамында театр 30 урынлыҡ "Хайгер" һәм 10 урынлыҡ "Луидор автобуслы, 7 урынлыҡ "Ситроен" микроавтобуслы булған. Спектаклдәрҙе техник яҡтан тәьмин итеү өсөн бихисап сифатлы ҡорамалдар алынған.
"Бөгөн тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Әммә был эште "тейеш", "кәрәк" тип түгел, ә кескәй йөрәктәрҙә илһам осҡоно ҡабыҙыу мотлаҡ. Балалар театр менән ҡыҙыҡһынып, "был миңә кәрәк" тип килергә тейеш, – тип һөйләне Эльвира Айытҡолова. – Кескәйҙәр йәнһүрәттәр, телефон аша контент ҡарап, бөтөнләй икенсе кимәлдәге мәғлүмәткә ылыға. Боронғоса, "борон-борон заманда", тип кенә һөйләп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланың иғтибарын йәлеп итеүе ауыр. Был йәһәттән, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында төрлө-төрлө ысулдар булдырылған. Балалар бында шатланып килә! Улар әкиәттәрҙе ҡарап, аптырай ҙа, шатлана ла, илай ҙа. Шул рәүешле уның рухы үҫә, бала камиллаша.
Башҡорт мөхите хаҡында айырып билдәләр инем. Бында милли үҙенсәлектәргә бәйле йөкмәткеле образдар тыуҙырылған. Мультимедиялы интерактив бүлмәләге "Сал Урал эҙҙәре буйлап" проекты кескәйҙәрҙең күңеленә юл табыр, тип уйлайым. Башҡорт халҡының мәҙәниәте, эпостары, рухи байлығы менән бала заманса форматта таныша. Әлбиттә, театрыбыҙ Рәсәй кимәлендә өлгө булып тора. Балаларыбыҙҙың шундай бала сағы булғанына бик шатбыҙ!"
Бында хеҙмәт иткән артистарға ла, башҡа хеҙмәткәрҙәргә лә бар шарттар тыуҙырылған. Уңайлы ял итеү бүлмәләрендә, спорт залында көс тупларға мөмкин.
"Һәр тамашасыға шатбыҙ! Бар республиканан беҙгә киләләр, үҙебеҙ ҙә гастролдәргә сығабыҙ. Театрыбыҙға рәхим итегеҙ! – тип саҡырҙы театр директоры Альберт Имаметдинов.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына аяҡ баҫҡан һәр кемгә бындағы сихри минуттар ғүмерлеккә матур иҫтәлек булып ҡаласаҡ. Ошо бәхеттән үҙегеҙҙе мәхрүм итмәгеҙ!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Әкиәт донъяһына рәхим итегеҙ!
Әкиәт донъяһына рәхим итегеҙ!
Автор:Гүзәл Бикмәтова
Читайте нас: