Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Декабрь 2022, 14:00

Мәскәү Башҡортостан халҡын көтә!

Яңы йыл байрамдарында Мәскәү әкиәт мегаполисына әйләнеп, килгән ҡунаҡтарға сағыу тәьҫораттар ҙа бүләк итәсәк.

Мәскәү Башҡортостан халҡын көтә!
Мәскәү Башҡортостан халҡын көтә!

31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем Мәскәүҙә төрлө саралар үтәсәк. Боҙ майҙансыҡтары, ҡышҡы күргәҙмәләр, театр тамашалары, яңы йыл маршруттары, баш ҡала парктары буйлап йөрөү – был бөтә байрам тантаналары исемлеге түгел әле. Балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен фестивалдәр, йәрминкәләр, зоопарктар һәм һырғалаҡтар көтә. Иң йәш тамашасылар өсөн баш ҡалала театрлаштырылған тамашалар һәм тылсымлы шыршылар ойоштороласаҡ. Ә әүҙем ял итергә яратыусылар баш ҡаланан алыҫ түгел тау саңғыһы клубтарында рәхәтләнеп ял итә ала.

Мәскәүгә юлығыҙ төшһә, ошо биш тамашаларҙан ситтә ҡалмағыҙ.

  1. Циркта Төҫлө бульварҙа «Двое из ларса» шоуы. Был өйрәтелгән йәнлектәр ҡатнашлығындағы яңы йыл программаһы. Тамашасылар рус халыҡ әкиәттәренең яратҡан геройҙары менән осраша һәм Ҡыш бабайҙан һәм Ҡарһылыуҙан бүләктәр аласаҡ.
  2. Татьяна Навкиҙың «История любви Шахеоезады» музыкаль-театр боҙ шоуы. Тамашасыларҙы күңелле тамаша - көнсығыш хореографияһы һәм юғары технологиялар, фигуралы шыуыу симбиозы көтә.
  3. Петр һәм Павелдың Кафедраль соборында – «Щелкунчик». Халыҡ-ара конкурс лауреаттары билдәле балеттан өҙөктәрҙе төрлө музыка ҡоралдарында башҡарасаҡ.
  4. «Чудо горячего сердца» раштыуа әкиәте. Музыкаль спектакль Рәсәйҙең иң ҙур ғибәҙәтханаһында Яңы йыл алдынан ҡуйыла, сеанстар Раштыуаға тиклем дауам итә.
  5. «Школа снеговиков» Яңы йыл әкиәт шоуы – «Мәскәү» концерт залында. Әкиәт авторҙары - балалар яҙыусылары Андрей Усачёв һәм Антон Березин.

Яңы йыл программалары менән тулыраҡ ошо һылтанма буйынса https://discovermoscow.com  таныша алаһығыҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: