Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Декабрь 2022, 08:45

«Боҙ ҡаласығы асылды!»

Бар ерҙә Яңы йыл кәйефе һиҙелә башланы. Район-ҡалаларҙа боҙ ҡаласыҡтары асыла, төрлө байрам саралары ойошторола. Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев: – Боҙ ҡаласығы асылды! Уны төрлө скульптура композициялары, йыл символы, лабиринт, ҡар бөртөктәре биҙәй. Тауҙан шыуған балаларҙың шат йылмайыуы һәм ата-әсәләрҙең кәйефе күтәренке булыуы оҫталарҙың башҡарған эшенә яҡшы баһа булды. Тылсымлы мөхитте татып ҡарарға рәхим итегеҙ, – тип яҙа сәхифәһендә.

«Боҙ ҡаласығы асылды!»
«Боҙ ҡаласығы асылды!»

Боҙ ҡаласығын асыу уңайынан балаларға матур, иҫтә ҡалырлыҡ байрам да ойошторолған. Һәр береһе бүләктәр ҙә алып ҡыуанған. Боҙ ҡаласығын асыу тантанаһына райондың барлыҡ ауылдарынан ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар ҙа парадта ҡатнашырға килгән.  

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: