Һайлап алыу туры 8 – 9 ноябрҙә үткән. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, унан 150-нән ашыу кеше ҡатнашҡан. Жюри ҡатнашыусыларҙы ике номинацияла баһалаған:
– 14 йәштән «Вокаль башҡарыу»
– Фәриҙә Ҡудашева репертуарынан йырҙы яңғыҙ башҡарыу;
– халыҡ йәки заманса музыкаль әҫәрҙәрҙе (шул иҫәптән автор йырҙарын) яңғыҙ башҡарыу (1 йыр).
– 5 йәштән «Инструменталь башҡарыусанлыҡ»
Был номинация Бәхти Ғайсиндың репертуарынан музыкаль әҫәрҙәр башҡарыуҙы күҙ уңында тота (баян, аккордеон һәм башҡа музыка ҡоралдары).
Һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса конкурс финалына 30 ҡатнашыусы үткән, улар иҫәбендә коллективтар һәм ансамблдәр ҙә бар.
Концерт программаһында башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары - Айҙар Ғәлимов, Нәзифә Ҡадырова, Алиса Йомағәлиева, Тимур Рамазанов, Лилиә Ишемйәрова, Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Айҙар Ғәбдинов ҡатнашасаҡ.
Гала концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 1 декабрҙә киске сәғәт 7-лә үтәсәк. Инеү бушлай.
Фото: Т. АМАНОВ.