Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Октябрь 2022, 17:15

Республика көнөнә флешмоб иғлан ителде

Республикабыҙҙа йәшәүсе барлыҡ теләүселәр Республика көнөнә һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған «Урал батыр» эпосы буйынса флешмобта ҡатнашырға саҡырыла.

Республика көнөнә флешмоб иғлан ителде
Республика көнөнә флешмоб иғлан ителде

Бының өсөн республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың милли, ижади колоритын, Башҡортостандың мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын үҙенсәлекле итеп күрһәтергә кәрәк.

Ҡатнашыу өсөн 12 октябргә тиклем Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтар телдәрендә «Урал батыр» эпосынан өҙөктө уҡып сығып,  уны 45 секундҡа тиклем хронометраж менән видеояҙма әҙерләп, уны «Бәйләнештә»ге сәхифәгеҙгә ҡуйығыҙ.  #УралБатыр­_2022 һәм #БашҡортостанРеспубликаһы көнө2022» хештегтарын ҡуйырға онотмағыҙ. Иң сағыу видеоҙмалар һайлап алынасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса алырға мөмкин.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: