Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Март , 13:30

Рамаҙан айында доғалар ҡабул була

Был хаҡта: «Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ», – тигән хәҙис тә бар.

Рамаҙан айында доғалар ҡабул була
Рамаҙан айында доғалар ҡабул була

1.Билдәле булыуынса, Рәжәб, Шәғбан һәм Рамаҙан айҙары мөбәрәк айҙарҙан һанала. Был айҙарҙа ҡылынған доғаларҙың ҡабул булыу ихтималлығы тағын да ҙурыраҡ. Улар – тәүбә, истиғфар, доға һәм ялбарыу айы.

2.Ураҙа ваҡытында ауыҙ асыу сәғәттәре доғалар ҡабул булыуы өсөн иң уңай ваҡыттарҙан иҫәпләнә. Сөнки ураҙа тотҡан кеше бары Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алыу өсөн, барлыҡ теләк һәм ихтыяждарына иғтибар итмәйенсә, ашамай-эсмәйенсә тора.

3.Рамазан айындағы Ҡәҙер кисендә лә доғала булығыҙ. Был кистә лә гонаһтар ярлыҡана, доғалар ҡабул була.

4.Сәхәр ваҡыттары доғаларҙың Аллаһы Тәғәләгә ирешеүе өсөн иң яҡшы ваҡыттарҙан һанала. Әгәр ҙә был сәғәттәрҙең ҡиммәтен аңлаһаҡ, бәлки, бөтөнләй йоҡлап та ҡалмаҫ инек.

5.Аҙан, ҡамәт әйтелгән һәм намаҙ уҡыған ваҡыттарҙа, йәғни, руҡуғ һәм сәждә ваҡытында ҡылынған доғаларҙың ҡабул булыуы тураһында риүәйәттәр бар.

Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Аҙан менән ҡамәт араһында ҡылынған доға кире ҡайтарылмаҫ», – тигән.

Ә икенсе бер хәҙисендә: «Ҡолдоң Раббыһына иң яҡын булған ваҡыты – сәждәләге хәлелер. Шулай булғас, сәждәлә булған ваҡытта күберәк доға ҡылығыҙ», – тигән.

6.Фарыз намаҙҙарҙан һуң ҡылынған доғалар ҡабул булыуға лайыҡ. Был хаҡта пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм әйткән.

Рамаҙан айында күберәк доғала булайыҡ, барлыҡ изге уй-ниәттәребеҙ ҡабул булһын ин шәә Аллаһ.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас