Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Март , 15:19

«Мин ураҙа тотам, тик ашайым ғына»

Бер ваҡыт намаҙҙан сығып, өйҙәренә  ҡайтып барғанда, ике егет бер бабайҙың нәмәлер ашап ултырғанын күреп ҡала. – Бабай, һин ураҙа тотмайһыңмы ни? – тип, улар ғәжәпләнеп һорай.

«Мин ураҙа тотам, тик ашайым ғына»
«Мин ураҙа тотам, тик ашайым ғына»

Бабай яуап итеп:

– Мин ураҙа тотам. Мин бит ғәйбәт һатмайым, кеше өлөшөнә инмәйем, ҡыйырһытмайым, гонаһ ҡылмаҫҡа тырышам. Әммә миңә Раббым ауырыу бирҙе, мин ризыҡтан башҡа тора алмайым. Шуға мин ураҙа тотам, тик ашайым ғына, – тип әйткән дә, үҙе лә һорау биргән:

– Ә һеҙ, егеттәр, ураҙа тотаһығыҙмы һуң?

Егеттәр баштарын аҫҡа эйеп:

– Юҡ, бабай, беҙ ураҙала түгел, беҙ бары тик ашамайынса ғына торабыҙ, – тип яуап ҡайтарғандар.

Был хикәйәтте уҡып, һәр кем үҙенә яҡшы фәһем алһын ине.

 

Яһалма зиһен фотоһы.

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас