Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Март 2023, 16:00

Рамаҙан айында намаҙ һәм ураҙа тотоу ваҡыты

22 мартта ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айына аяҡ баҫабыҙ. Намаҙ һәм ураҙа тотоу ваҡыттарын үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ! Был айҙа һәммәбеҙгә лә күркәм сабырлыҡ, тәҡүәлек менән ошо изге фарыз ғәмәлде үтәргә, Аллаһы Тәғәләбеҙҙең рәхмәттәренә ирешергә яҙһын!    

Изге айҙы ҡаршылап
Изге айҙы ҡаршылап

Сәхәр ашағандан һуң, ураҙаға ниәтләү доғаһы:
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахим.
“Нәүәйтү ән әссуумә саумә шәһри рамәдаанә минәл-фәджри иләл-мәғриби хаалисан лилләһи тәғәәлә”
МӘҒӘНӘҺЕ: “Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн, таң ваҡытынан башлап ҡояш батҡансы, ихласлыҡ менән Рамаҙан ураҙаһын тоторға ниәт ҡылдым”.

Ураҙа тотоп, ауыҙ асҡас уҡыла торған доға:
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахим.
“Аллаһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыҡә әфтартү фәғфирли йәә ҡаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү”.
МӘҒӘНӘҺЕ: “Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла. Хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа”.

ХӘҘИСТӘР
* Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Әҙәм балаһының ураҙанан башҡа булған һәр ғәмәле үҙе өсөн. Дөрөҫлөктә, ураҙа ул Минең өсөн һәм Мин уға үҙем әжер-сауабын бирәм. Сөнки ул нәфес теләген һәм ризығын Минең өсөн ҡалдыра. Ураҙа тотоусының ике шатлығы бар: бер шатлығы (кисен тәмле ризыҡтар, һыу менән) ауыҙ асҡанда, ә икенсе шатлығы Ҡиәмәт көндө Раббыһы менән осрашҡанда».
* Рамаҙан айы килгәс Мөхәммәд (с.ғ.в.) сәхәбәләренә шулай тип әйтә ине: «Һеҙгә бәрәкәтле Рамаҙан айы килде. Аллаһы Тәғәлә һеҙгә ул айҙа рәхмәтен иңдерә, гонаһтарҙы ғәфү итә һәм доғаларға яуап бирә. Аллаһ һеҙҙең бер-берегеҙ менән изгелек ҡылыуҙа ярышыуығыҙға ҡарай һәм фәрештәләр алдында һеҙҙең менән маҡтана. Аллаһҡа үҙегеҙҙән хәйерле нәмәне күрһәтегеҙ. Дөрөҫлөктә, бәхетһеҙ кеше - ул был айҙа Алланың рәхмәтенән мәхрүм булған кеше». Һәм әйтте: «Кем дә кем Рамаҙан айында Аллаһының әжер-сауап биреүенә ышанып һәм Уның ризалығын өмөт итеп ураҙа тотһа, уның элеккеге гонаһтары ғәфү ителә».

Изге айҙы ҡаршылап
Изге айҙы ҡаршылап
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: