«Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып, күмеп ҡуйырға йәки яндырырға, йә булмаһа башҡа юл менән юҡҡа сығарырға кәрәк. Ниндәйҙер ризыҡ сихырланған тигән шик тыуһа, уны ашамаҫҡа кәңәш ителә. Был ашамлыҡты ҡоштарға, эт йәки бесәйҙәргә лә бирергә була.
Сихыр-боҙомдоң булыуы тураһында Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙәрҙә лә әйтелә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу-ғәләйһиссәләм: «Кешене һәләк итә торған, йәғни йәһәннәмгә индереүсе ете гонаһтан һаҡланығыҙ», – тигән. Шул гонаһтар араһына сихыр менән шөғөлләнеү ҙә индерелгән.
Сихыр-боҙомдан нисек һаҡланырға һуң? Намаҙҙа булырға, Ҡөрьән сүрәләрен һәр ваҡыт уҡып йөрөргә кәрәк. Мәҫәлән, «Бәҡара (Һыйыр) сүрәһендәге «Аятел-көрси», «Әмәнәр-расүлү», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡыусы кешене Аллаһы Тәғәлә сихырҙан һаҡлай. Шулай уҡ өйҙән сыҡҡанда ла, өйҙә лә, йоҡлар алдынан һәм иртән торғас та, зикер-тәсбихтәр әйтһәгеҙ, бындай насарлыҡтар теймәҫ.
Сихыр күп ваҡыт намаҙ, Ҡөрьән уҡымаған, зикер-тәсбих әйтмәгән кешеләргә эләгә. Әгәр ҙә кеше Аллаһы Тәғәләбеҙ ҡушҡанса йәшәһә, хәрәм ризыҡтарҙан, эсемлектәрҙән нәфсеһен тыйһа, сихыр һәм күҙ тейеү кеүек зарарҙарҙан һаҡланасаҡ. Раббыбыҙ барыбыҙҙы ла ошондай сихыр-боҙомдарҙан, насар уй-ниәттәрҙән һаҡлаһын, быға дусар булыусыларға хәйерле шифаларын бирһен.