Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ Аллаһтың бер сифатын аңлатып: «Аллаһ Тәғәлә – оялыусы, йомарт. Уға ҡоло ҡулдарын күтәреп доға ҡылғанда ул ошо ҡулдарҙы буш ҡайтарырға ояла», – тине. (Әт-тирмиҙи, Әбү Дәүт, Ибн Мәджәһ риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Тимәк, Аллаһы Тәғәләнән теләгән бар нәмәңде лә һорай алаһың. «Ниндәй генә мосолман доға ҡылмаһын (доғаһы гонаһ йә туғанлыҡ ептәрен өҙә торған нәмә талап итмәһә), Аллаһ Тәғәлә мотлаҡ рәүештә уға өс нәмәнең береһен бирер: йә уның доғаһына был донъяла уҡ яуап бирелер, йә был доғаға яуап әхирәткә кисектерелер, йә кешенән шул доға көсөнә тигеҙ ниндәйҙер бәлә ситкә этәрелер», – тине (Әт-тирмиҙи, Әл-Хәким риүәйәт иттеләр).
Фото: Т. АМАНОВ.