Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Июль 2022, 10:36

Һәр бер изгелек – саҙаҡа

Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: «Һәр бер изгелек – саҙаҡа», – ти. Бынан аңлашылыуынса, ҙур изгелекме йәки бәләкәй генәме уның өсөн саҙаҡаға аҡса биргән кеүек сауап буласаҡ. Был хәҙис беҙҙе яҡшы ғәмәлдәр ҡылғанда, эй был кескенә ғәмәл инде, бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ, тип ваҡланып тормаҫҡа, ә киреһенсә, бер изге ғәмәлде лә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа этәрә.  

Һәр бер изгелек – саҙаҡа
Һәр бер изгелек – саҙаҡа

Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм икенсе бер хәҙисендә: «Бер изге ғәмәлгә лә кәмһенеп ҡарамағыҙ, хатта ҡәрҙәшеңде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыуға ла», – ти. Бына бит, ҡәрҙәшеңә йылмайыу ҙа, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу ҙа изге ғәмәлдәрҙән һанала. Шулай ҙа бер ҡайһы бер ваҡытта быны эшләргә лә ялҡауланабыҙ, һаранланабыҙ, үҙебеҙҙе әжер-сауаптарҙан мәхрүм ҡалдырабыҙ.

«Ике кешене татыулаштырыу (ике талашҡан кешене дуҫлаштырыу) – саҙаҡа, кешегә хайуан өҫтөнә менгәндә йәки уның кәрәк-ярағын ҡуйырға булышыу – саҙаҡа, яҡшы һүҙ – саҙаҡа, намаҙға йүнәлгән аҙым – саҙаҡа, юлдан кешеләргә зарарлы әйберҙе алып ҡуйыу – саҙаҡа», – тигән бәйғәмбәребеҙ.

Саҙаҡа биреү Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында – бик ҙур изге ғәмәл. Асылда саҙаҡа мал менән бирелә, ләкин барыбыҙҙың да аҡса, мал менән бирергә мөмкинлеге булмаҫҡа мөмкин. Шуға ла бәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бүтән юлдарҙы ла күрһәтеп ҡалдырған. Кескенә изгелектән дә шундай ҙур саҙаҡа биргән кеүек әжерләр эшләп булыуын күрһәткән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: