Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Июль 2022, 18:00

Донъя – әхирәт баҫыуы

Иген баҫыуында юғары сифатлы бойҙай сәсһәң, шундай уҡ юғары сифатлы бойҙай алырыңа өмөтләнәһең. Шул уҡ баҫыуға бойҙай урынына алабута орлоғо сәсһәң, алабута күкрәп үҫәсәген аңлап тораһың.

Донъя – әхирәт баҫыуы
Донъя – әхирәт баҫыуы

Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә шулай тигән: «Донъя – әхирәт баҫыуы». Шул баҫыуға нимә сәсһәң, әхирәттә шуны урырһың».

Ислам ғалимдарының береһе шулай тигән: «Донъялағы кешеләр ике төргә ҡарай. Бер төрөн донъя алдай. Сөнки ул донъя ғәмен ҡыуып, Аллаһты ла, әхирәтте лә онотҡан.

Икенсе төркөмдәгеләр донъяны алдай. Сөнки улар донъялыҡтағы тормош өсөн дә, әхирәт ғәме өсөн дә тырыша. Был ике эште бергә тиң алып бара улар».

Донъялыҡта бәхетле булыу өсөн, әхирәтте онотмайынса, тырышлыҡ менән йәшәргә кәрәк.

 

Башҡортса дини календарҙан әҙерләнде.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: