Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Июнь 2022, 16:00

Ҡара нөктә

Бер көндө хәҙрәт шәкерттәренә уртаһында ҡара нөктә торған таҙа ҡағыҙ битен күрһәтә лә: – Бында нимә күрәһегеҙ? – тип һорай. – Нөктә, – тип яуаплай береһе. – Ҡара нөктә, – ти икенсеһе. – Ҡуйы ҡара нөктә, – тип төҙәтә өсөнсөһө. Шул ваҡытта хәҙрәттең кәйефе төшә.

Ҡара нөктә
Ҡара нөктә

– Ни өсөн шулай ҡайғырып киттегеҙ әле, – тип аптырай шәкерттәре.

– Барығыҙ ҙа бәләкәй генә ҡара нөктәне күреүегеҙ һәм берегеҙҙең дә таҙа аҡ ҡағыҙ битен күрмәүегеҙ өсөн ҡайғырҙым, – ти.

Эйе, беҙ йыш ҡына кешеләрҙең насар яҡтарын ғына күрәбеҙ һәм яҡшы яҡтарын онотабыҙ. Һәр беребеҙҙең етешһеҙлеге бар. Пәйғәмбәр һәм фәрештәләрҙең генә хатаһы юҡ. Әйҙәгеҙ, кешеләрҙең яҡшы яҡтарын да күрергә өйрәнәйек.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: