Хәтер
10 Марта , 09:30

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләйбеҙ

«Ватандаш» журналы редакцияһы өсөнсө тапҡыр «Геройҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияһын үткәрә. 14 мартта Өфөлә уҙасаҡ акцияның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында юғалған һалдаттарҙы эҙләүҙә ярҙам итеү. Сара «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәһе ағзалары  менән берлектә уҙғарыла һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләйбеҙБөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләйбеҙ
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләйбеҙ

БР Эҙәрмәндәр отрядтары фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика буйынса хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә 127 000 һалдат һәм офицер иҫәпләнә. Ҡайһы бер объектив сәбәптәр – Советтар Союзының тарҡалыуы, үҙәкләштерелгән мәғлүмәттәр базаһының булмауы, архивтарҙың юҡҡа сығыуы, һөйәктәрҙе идентификациялау менән проблемалар, төбәктәрҙә топонимиканың үҙгәреүе, финанслау етмәү һ.б. эҙәрмәндәрҙең эшен ҡыйынлаштыра.

Шулай ҙа әлегә ҡайһы бер ғаиләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың документтары – фронттан хаттар, яугирҙарҙың фотоһүрәттәре һаҡлана. Хаттарҙа ялан почтаһының номеры күрһәтелә, ә фотоһүрәт аша яугирҙың хәрби дәрәжәһен белергә мөмкин. Былар эҙләнеү эштәрен бер аҙ еңелләштерә ала.

Бынан алда уҙғарылған «Геройҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияларында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә бер нисә кеше туғандарының ҡайҙа ерләнгәнен белде, ниндәй фронтта һуғышҡанын һәм ҡайһы госпиталдәрҙә дауаланғанын асыҡланы. Билдәле ғалим Юлай Псәнчин үҙҙәренең ғаиләһенән өс геройҙың яҙмышы тураһында тулы мәғлүмәт алды, бер олатаһының яуҙа күрһәткән батырлығы тураһында белде, уның награда ҡағыҙын күрҙе. Кәрәкле мәғлүмәт таба алмағандарға эҙәрмәндәр ниндәй йүнәлештә эҙләнеү алып барырға кәңәш бирә.

Әгәр ҙә һеҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғалған атай-олатайҙарығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теләһәгеҙ, 14 мартта иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем Матбуғат йортона килегеҙ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13.  Түбәндәге анкетаны тултырып, юғалған яугир тураһында бөтә билдәле мәғлүмәттәрҙе яҙма рәүештә үҙегеҙ менән алып килергә кәрәк.

АНКЕТА ПОИСКА
защитника Отечества,  пропавшего без вести
в годы Великой Отечественной войны.

1. Ф.И.О. военнослужащего.
2. Дата, месяц, год рождения.
3. Место рождения.
4. Военкомат призыва.
5. Дата, месяц, год призыва.
6. Партийность.
7. Образование, по какой специальности.
8. Какое учебное заведение окончил.
9. Воинское звание на момент призыва.
10. Семейное положение.
11. Для женатых — Ф.И.О. жены и количество детей.
Для холостых — Ф.И.О. отца и матери.
12. Где проживала семья с 1941 по 1948 годы с учетом перемещений (переездов).
13. Сведения о ранении: населенный пункт, где лежал в госпитале, месяц и год.
14. Кто был призван с ним в один день и вернулся, Ф.И.О. вернувшихся (что известно).
15. Полученные извещения, их копии или содержание.
16. Если родные писали запросы на розыск — копии ответов.
17. Копии писем с фронта (лучше сканы).
18. Фотографии с фронта, записи с оборота (сканы).
19. Всё, что еще со слов родных можете добавить (если есть точная информация).
20. Индекс, адрес, телефоны (сотовый и городской), Ф.И.О. того, кто ищет, и степень родства.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас