Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
24 Август 2022, 07:00

Тәслимә ХӘМИТОВА

Башҡортостандың иң матур төбәгендә – хозур тәбиғәтле Ейәнсура районының Буранғол ауылында тыуып үҫтем.


Атайымдан  тырышлыҡ, ныҡышмалыҡ, егәрлелек, әсәйемдән ихласлыҡ һәм мөләйемлек сифаттарын алғанмын. Ә матурлыҡҡа, гүзәллеккә ынтылыш тыуған төйәгемдең тәбиғәте аша күскәндер.
Башланғыс мәктәпте  тыуған ауылымда тамамлап, артабан Күмертау ҡалаһындағы 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыным. Тап ошо гимназияла үҙемде төрлө яҡтан асып, һәләттәремде үҫтереп, бейеү серҙәренә төшөндөм. 
Мәктәпте уңышлы тамамлап, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалына уҡырға индем. 
Яҙмышымды бейеү менән бәйләмәһәм дә, ул тормошомда айырым урын алып тора. Әлеге ваҡытта Гүзәл Исламғолова етәкләгән "GuzalDance” бейеү коллективында шөғөлләнәм. 
Киләсәктә сит телдәрҙе үҙләштереп, сәйәхәт итергә, үҙ һөнәремдең оҫтаһы булып танылырға теләйем. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр. Ҡуйған маҡсаттарыма ирешеп, үҙ юлымды табырмын тип ышанам.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: