Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
25 Июнь 2022, 07:00

Айсулпан МӨХӘМӘТЙӘНОВА

Миңә 19 йәш. Тыумышым менән Баймаҡ районының иң йәмле ауылдарының береһе – Билалдан булам. М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия уни­верситетының башҡорт фи­лологияһы факультетында 1-се курста уҡыйым. 
Студент йылдарымдың һәр минутын файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Вузда уҙғарылған бәйгеләрҙә әү­ҙем ҡатнашам. "Держава" барабансылар һәм мажореткалар төркөмөнә йөрөйөм. Коллективыбыҙ ме­нән Һа­мар өлкәһендә уҙға­рылған "Бөтә Рәсәй студент яҙы"нда ҡатнашыу бәхете тейҙе. Халыҡ бейеү­ҙәрен яратып башҡарам.
Киләсәктә уҡыуымды яҡ­шы тамамлап, башҡорт те­лен үҫтереү буйынса эшләр­гә, илемә кәрәкле кеше булырға теләйем.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: