Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Февраль 2023, 21:30

Парижда – башҡорт ҡумыҙы!

Өфө егете Ленар Ғәлимов Париждың Лувр музейы янында ҡумыҙҙа уйнай.

Афарин, Ленар! 

Был музыка ҡоралына элек-электән халыҡ араһында ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар уйнай торған уйын ҡоралы тип ҡарағандар. Ысынлап та, ҙур йыйындарҙа, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа ир-ат йышыраҡ ҡурай тартҡан, ҡумыҙға әһәмиәт бирелмәгән. Был турала үҙ хеҙмәттәрендә билдәле тикшеренеүселәр – музыковед Лев Николаевич Лебединский менән археолог, этнолог Сергей Иванович Руденко яҙып ҡалдырған. Шулай уҡ ҡумыҙҙың ҡатын-ҡыҙ уйнай торған музыка ҡоралы икәнлеге тураһында сәнғәт белеме кандидаты Римма Борисовна Галайская ла әйтеп үткән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: