Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Февраль 2023, 12:25

Улар тыуған ерҙәрен онотмай

Ситтә йәшәһәләр ҙә , яҡташтарына ярҙам итеп торалар.

Улар тыуған ерҙәрен онотмай
Улар тыуған ерҙәрен онотмай

Ике йыл дауамында барған «Атайсал» проекты сиктәрендә 13,5 меңдән ашыу файҙалы эш тормошҡа ашырылған.

 Михаил Васильевич Малюшин Ҡырмыҫҡалы районының  Подлуб ауылында тыуған. Үҙ ғүмерен йылға транспортына арнаған. Яҡташыбыҙ – Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы докторы, техник фәндәр кандидаты, билдәле уҡытыусы. 5 йәшендә әсәһе менән бергә Яҡутстанға күсеүгә ҡарамаҫтан, тыуған Башҡортостанын онотмай. Михаил Малюшиндың финанс ярҙамы менән алты китап донъя күрҙе, шул иҫәптән - Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары - районда тыуып үҫкәндәр һәм Подлуб мәктәбе тураһында. Ул Подлуб ауылы мәктәбендә кластарҙы, урындағы балалар баҡсаһын, ауыл китапханаһын ремонтларға ярҙам итте. Шулай уҡ урындағы клуб өсөн тамашасылар креслолары һатып алырға, район хакимиәтендә хеҙмәт ҡаһарманлығы залын булдырырға булышты.

   Боҙаяҙ ауылында тыуып үҫкән Рафаил Сәйет улы Нурмөхәмәтовтың исеме лә ҡырмыҫҡалыларға  яҡшы таныш. Меценат нефтсе оҙаҡ йылдар Ҡырмыҫҡалының 1-се урта мәктәбенә ярҙам итте. Район үҙәгендә ике заманса спорт майҙансығы төҙөнө, төҙөкләндереүгә күп иғтибар бүлде.  Еңеү паркындағы Дан мемориалын капиталь ремонтлау ҙа уның ярҙамы менән башҡарылды. 2021 йылда Рафаил Нурмөхәмәтов ярҙамы менән «Атайсал» проекты сиктәрендә паркта фронтҡа киткән ҡырмыҫҡалыларҙың исемдәре яҙылған плиталар яңыртылды, Боҙаяҙ ауылында балалар баҡсаһына капиталь ремонт яһалды, Ҡырмыҫҡалы ауылында «Аҡкүл» мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндерелде.

  2023 йыл республикала төбәк Башлығы Р.Хәбиров тарафынан - Кесе Ватан өсөн Файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде. Тематик йыл «Атайсал» проектының дауамы буласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: