Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Февраль 2023, 16:55

Еңеүселәрҙең эштәре Мәскәүгә ебәреләсәк

Үткән йылдың 23 декабренән 11 февралгә тиклем  мәғариф һәм фән министрлығы «Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабын ойошторҙо. Конкурс ике номинация буйынса уҙғарылды: «Йыл дефектологы» һәм «Йыл логопеды».

Еңеүселәрҙең эштәре Мәскәүгә ебәреләсәк
Еңеүселәрҙең эштәре Мәскәүгә ебәреләсәк

Конкурстың маҡсаты – уҡытыусы-дефектологтарҙың һәм педагог-логопедтарҙың карьера, һөнәри һәм шәхси үҫеше, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикле һәм инвалид уҡыусыларға белем биреү процесын ойоштороуҙа инновацион эшләнмәләргә һәм технологияларға ярҙам итеү.

Беренсе (ситтән тороп ҡатнашыу) этапта һаулыҡ буйынса мөмкинле сикләнгән балалар менән эшләүсе 126 педагогик хеҙмәткәр ҡатнашты: «Йыл дефектологы» номинацияһында – 58 кеше һәм «Йыл логопеды» номинацияһында – 68 кеше.

Конкурс материалдары экспертизаһынан һуң икенсе (көндөҙгө) этапҡа һәр номинацияла 6 ҡатнашыусы үтте, улар «Оҫталыҡ дәресе» һәм «Профессиональ кейстар» конкурс һынауҙарында педагогик оҫталығын күрһәтте.

Икенсе этап 6-ыһынан 11 февралгә тиклем Мәғарифты үҫтереү институтында  көндөҙгө форматта уҙҙы.

Конкурс һынауҙары йомғаҡтары буйынса «Йыл дефектологы» номинацияһында сәләмәтлек буйынса  мөмкинлеге сикләнгән уҡыусылар өсөн Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернатының уҡытыусы-дефектологы Светлана Мансурова, ә «Йыл логопеды» номинацияһында Туймазы ҡалаһының һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн 2-се коррекция мәктәп-интернаты уҡытыусы-логопеды еңеүсе тип танылды.

Конкурстың төбәк этабында еңеүселәр һәм призерҙар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән бүләкләнәсәк. Уларҙың эштәре Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының финалына һайлап алыу өсөн ебәреләсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: