Иҡтисад
10 Декабрь 2024, 06:00

Электр утына ла хаҡтар артмаҡсы

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы әленән үк 2025 йылда электр утына хаҡтар ил буйынса уртаса 12,6 процентҡа артасаҡ тип “һөйөнсөләй”, тип яҙа “Новости” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.

Электр утына ла хаҡтар артмаҡсыЭлектр утына ла хаҡтар артмаҡсы
Электр утына ла хаҡтар артмаҡсы

Комплекслы стратегик тикшеренеүҙәр институты аналитигы Наталья Чуркина әйтеүенсә, хаҡ артыу ғинуарҙан түгел, ә 1 июлдән көтөлә. Белгес фекеренсә, Хөкүмәт бойороғона ярашлы, хаҡтарҙың артыу кимәле лә айырым төбәккә ҡарап төрлөсә буласаҡ. Шулай итеп, был күрһәткес Амур өлкәһендә – 8,6,  Алтай республикаһында – 8,8 һәм Ханты-Манси автономиялы округында – 9 процентҡа артһа, Пермь өлкәһе халҡы өсөн электр утының 21,1 процентҡа артыуы көтөлә. Беҙҙә, Волга буйы федераль округына ҡараған республика һәм төбәктәрҙә электр утына хаҡ 10-18% артасаҡ.

Автор:Шамил Яубаҫаров  
Читайте нас