Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Октября , 04:00

«Муза»ның үтенесе ситтә ҡалманы

 Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе хакимиәтенән: ⏬

Добавить в предпочтительные источники Google
«Муза»ның үтенесен ситтә ҡалманы«Муза»ның үтенесен ситтә ҡалманы
«Муза»ның үтенесен ситтә ҡалманы

 

– Биләмә халҡы изге күңелле, ҡайнар йөрәкле яугир ҡыҙы «Муза»ның үтенесен ситтә ҡалдырманы.

«Муза» — Дыуан-Мәсетлелә тыуып үҫкән. Апрель айынан алып алғы һыҙыҡтағы госпиталдә контракт буйынса хеҙмәт итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағында, яраланған яугирҙәр өсөн күстәнәс, бигерәк тә туҡмас булһа, яҡшы булыр, тип тыуған ауылы халҡына мөрәжәғәт иткән.

Был үтенескә битараф ҡалмаған апайҙар, ағинәйҙәр тиҙ арала  он, йомортҡа, май алып, мәсеттә туҡмас һәм бауырһаҡ әҙерләргә йыйылған. Ҡайһы берҙәре өйҙәрендә бешереп килтергән.

Йыланыш ауылынан Әлмөхәмәтова Динә бауырһаҡ, Ғәйнетдинова Анфиса гөлйемеш, мәтрүшкә, боланут сәйе килтерҙе, Йомаҡаева Роза туҡмас киҫте, Дыуан-Мәсетленән Аллаярова Нәфисә ваҡ күмәс бешерҙе. Шулай уҡ мәктәп һәм «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы ла ситтә ҡалманы — үҙҙәренең күстәнәсен килтерҙе.

«Муза» ҡыҙыбыҙҙың өс балаһы бар — ике ҡыҙы һәм бер улы. Ул үҙенең батырлығы, мәрхәмәтлелеге менән балаларына, беҙҙең барыбыҙға ла өлгө булып тора.

Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер теләктә: донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, илебеҙҙең именлеген һаҡлап, яу яланында йөрөгән барлыҡ яугирҙәребеҙ яҡындары янына иҫән-имен, еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Айбулат Ишназаров