Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Октября , 02:00

Көйөргәҙелә МХО геройҙарына һәйкәл асылды

1-се Кинйә ауылында махсус операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә монумент асыу тантанаһы үтте. Был хаҡта муниципалитет башлығы Лира Тереғолова хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көйөргәҙелә МХО геройҙарына һәйкәл асылдыКөйөргәҙелә МХО геройҙарына һәйкәл асылды
Көйөргәҙелә МХО геройҙарына һәйкәл асылды

Монумент Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының хәтере мәңгеләштерелгән мемориаль комплекс биләмәһендә ҡуйылған. Һәйкәл янында яңы модулле мәсет тә бар.

«Изге эште миһырбанлылар ярҙамы менән атҡарып сыҡтыҡ. Төп меценат булып яҡташыбыҙ Зиннур Исхаҡов сығыш яһаны. Был башланғысты ауылдан сыҡҡан башҡа яҡташтарыбыҙ ҙа хупланы», — тип һөйләне Лира Тереғолова.

Автор:Айбулат Ишназаров