Барыһы ла Еңеү өсөн
30 Сентября , 05:00

Павел Ярмоленко Алыҫ Көнсығышта республика данын яҡлаясаҡ

"Башҡортостан геройҙары" программаһы финалсыһы Павел Ярмоленко МХО ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйылышында төбәк исеменән сығыш яһаясаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Павел Ярмоленко Алыҫ Көнсығышта республика данын яҡлаясаҡПавел Ярмоленко Алыҫ Көнсығышта республика данын яҡлаясаҡ
Павел Ярмоленко Алыҫ Көнсығышта республика данын яҡлаясаҡ

Был оло сара 23-27 сентябрҙә Владивостокта Алыҫ Көнсығыш федераль университеты майҙансығында үтәсәк. Унда Башҡортостан Республикаһы исеменән БР МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдыҡов һәм Күмертау ҡалаһыһы МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе, "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы финалсыһы Павел Ярмоленко сығыш яһаясаҡ.

Йыйылыш программаһында - Алыҫ Көнсығыштың иң яҡшы тәжрибәләре менән танышыу, Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса проект сессиялары, эшлекле уйын һәм күргәҙмә. Ҡатнашыусылар белем биреү ойошмаларында 17 майҙансыҡта берҙәм Батырлыҡ дәресе үткәрә. Футбол, волейбол, өҫтәл теннисы һәм ике тапҡыр Рәсәй Геройы Михаил Гудков иҫтәлегенә арналған аждаһа кәмәләрҙә йөҙөү буйынса спорт ярыштары ла планлаштырылған.

"Бындай осрашыуҙар, айырыуса хәҙер мөһим. Беҙ ветерандарҙы үҙ проблемалары менән яңғыҙ ҡалмаҫҡа һәм аралашыуға асыҡ булырға әҙерләйбеҙ. Беҙ йәмәғәт ойошмаһы ғына түгел, ә ысын команда. Яңылыҡты белергә, файҙалы тәжрибәләрҙе үҙләштерергә, эшләнмәләребеҙ менән уртаҡлашырға әҙер», — тип һөйләне Оскар Ситдыҡов.

 

Автор:Айбулат Ишназаров