

Шаһисолтанов әйтеүенсә, БАРС-та хеҙмәт итеү фронттан ҡайтҡан яугирҙарға хәрби тәжрибәне ул иң кәрәкле урында ҡулланырға мөмкинлек бирә.
"Беҙҙең бурыс - ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы һауанан янауҙарҙан тимер көмбәҙ менән һаҡлау. Һәм беҙ был бурысты үтәйәсәкбеҙ. Беҙҙең артта - ғаиләләребеҙ, өйөбөҙ, Тыуған илебеҙ. Ә был мотивациянан да көслөрәк бер нәмә лә булырға тейеш түгел», — тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Азамат Шаһисолтанов «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһын тамамлаған. Ул Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй.
Азамат Шаһисолтанов махсус операция зонаһында "Ахмат" махсус тәғәйенләнештәге штурмлау батальоны командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иткән. Яугир ауыр яраланғандан һуң өйөнә ҡайтҡан. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «МХО Геройы» отличие билдәһе, генерал Шайморатов миҙалы, «Ахмат» спецназ ордены менән бүләкләнгән.