Барыһы ла Еңеү өсөн
30 Августа , 04:00

"Башҡортостан геройҙары" программаһы финалсыһы Фәнил Бикҡужин өйләнде

Махсус хәрби операция ветераны, "Башҡортостан геройҙары" программаһы финалсыһы Фәнил Бикҡужиндың тормошонда мөһим ваҡиға булды – ул рәсми рәүештә никахын теркәне.

"Башҡортостан геройҙары" программаһы финалсыһы Фәнил Бикҡужин өйләнде"Башҡортостан геройҙары" программаһы финалсыһы Фәнил Бикҡужин өйләнде
"Башҡортостан геройҙары" программаһы финалсыһы Фәнил Бикҡужин өйләнде

Ул Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән. 33 йәштә булһа ла ҡаты хәрби юл үткән. Штурмовиктар взводы командиры булып хеҙмәт иткән. Күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Батырлыҡ ордены, Суворов һәм Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән.

Демобилизациянан һуң Фәнил ғаиләһе менән Өфөгә күсә, "Башҡортостан геройҙары" программаһында ҡатнаша һәм финалға уңышлы үтә. Хәҙер ул БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында "Дәүләт һәм муниципаль идара итеү" һөнәре буйынса уҡыуын дауам итә.

Фанилды һәм уның ҡатынын ошо мөһим ваҡиға менән ҡотлайбыҙ!  

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас