Барыһы ла Еңеү өсөн
29 Августа , 04:00

Муса Гәрәев исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итеү шарттары билдәле булды

Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальонына яугирҙәр йыйыу дауам итә.

Муса Гәрәев исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итеү шарттары билдәле булдыМуса Гәрәев исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итеү шарттары билдәле булды
Муса Гәрәев исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итеү шарттары билдәле булды

Яңы подразделение контрактсылары, шул иҫәптән ғаилә ағзалары федераль һәм республика льготаларынан файҙалана ала. Әммә яугирҙәр өсөн өҫтәмә өҫтөнлөктәр ҙә бар.

Дрон операторҙары өсөн төп өҫтөнлөк — алғы һыҙыҡтан алыҫтараҡ хеҙмәт итеү. Батальондың шәхси составы фронт һыҙығына ебәрелмәйәсәк.

Бынан тыш, бөтә кандидаттарҙы бушлай уҡытыу ойошторола, шунан һуң яугирҙәр заманса һөнәргә эйә була.

Контракттың төп шарты – башҡа подразделениеларға күсеү һәм һөнәрҙе алмаштырыу тыйыла.

Хеҙмәт итеү ваҡыты аныҡ билдәләнгән һәм бер йыл тәшкил итә, аҙаҡ яугир хеҙмәтен ҡалдырырға йәки оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөргә мөмкин.

Хәрби хеҙмәткәрҙәргә контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң һәм 180 көн хеҙмәт иткән һайын 200 мең һум, шулай уҡ эш хаҡынан тыш көнөнә ике мең һум түләнә. Хеҙмәттең беренсе йылында килем 4 120 000 һум тәшкил итә.

Һайлап алыу һәм контракт төҙөү шарттары буйынса тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: +7 (908) 358-00-00 һәм +7 (995) 948-65-41.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас