Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Августа , 06:40

Яугирҙәрҙең ғаиләләре хаҡында хәстәрлек

Баш ҡаланың Дим районы хакимиәтендә буласаҡ беренсе класс уҡыусылары тәрбиәләнгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән осрашыу үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙәрҙең ғаиләләре хаҡында хәстәрлекЯугирҙәрҙең ғаиләләре хаҡында хәстәрлек
Яугирҙәрҙең ғаиләләре хаҡында хәстәрлек

Сарала Рәсәй Геройы Денис Чернавин, Өфө ҡала Советы депутаты Адель Измайлов һәм Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы директоры Игорь Нуйкин ҡатнашты. Модератор булып район хакимиәте башлығы Иван Иванов сығыш яһаны.

Район хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, бындай сараларҙы үткәреү яҡшы йолаға әүерелгән. Улар адреслы ярҙам күрһәтеүгә, ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт биреүгә һәм балаларҙы мәктәп тормошона яраҡлаштырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

– Беҙҙең изге бурысыбыҙ – МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары йәмғиәттең хәстәрлеген, иғтибарын һәм рәхмәтен даими тойһон өсөн барыһын да эшләү, - тип билдәләне Адель Измайлов.

Осрашыуҙа белгестәр ғәмәлдәге социаль ярҙам сараларын ентекле яҡтыртты. Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалы директоры Әлитә Сәлихҡолова Һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Дим районы буйынса социаль координаторы Әлиә Зәйнетдинова социаль түләүҙәргә һәм льготаларға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Ринара Хәсәнова мәҡариф учреждениеларының үҙ-ара килешеп эш итеүе хаҡында һөйләне. Шулай уҡ «Феникс» МХО ғаиләләренең ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы етәксеһе Алина Бугай үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ойошма ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, осрашыуҙар ойоштора, берлектәге саралар үткәрә һәм ҡатмарлы хәлдәрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә.

Ата-әсәләр власть һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән диалогта ҡатнашҡан арала балалар өсөн аниматорҙар менән күңел асыу программаһы ойошторолдо. 

Автор:Айбулат Ишназаров