



Китапхана хеҙмәткәрҙәре сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән тәбрикләне һәм тәүге һүҙҙе Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваға бирҙе. Ул “Мы вместе-Беҙ бергә!” исеме аҫтында республикала үткәрелеп килгән мәҙәни-ижтимағи акция тураһында һөйләне.
“Бөгөн һәр кем махсус хәрби операцияла беҙҙең яугирҙәрҙең Еңеүен тиҙләтергә үҙ өлөшөн индерергә тырыша, - тине сығыш яһаусы. – Фронт менән тыл берҙәмлеге –дошмандарға ҡаршы ныҡлы, ышаныслы ҡорал ул. Бының өсөн күп милләтле республика халыҡтарының татыулығын, берҙәмлеген нығытыу мөһим бурыс булып тора. Берҙәмлектә –беҙҙең көс беҙ бергә булғанда ғына яуҙа ла, хеҙмәттә лә еңеү – уңыштар буласаҡ”.
Район журналистары ойошмаһы етәксеһе Ильяс Такалов үҙ сығышын Йылайыр ауылы тарихы менән таныштырыуҙан башланы. “Йәмәғәт ойошмалары, ижади хеҙмәткәрҙәр берлеге, әүҙем шәхестәр тыуған төйәгебеҙ тарихына яңы биттәр яҙа. Бөгөнгө илебеҙ өсөн яуаплы осорҙа, донъяла көслө мәғлүмәт көрәше барғанда тарихи дөрөҫлөк беренсе урында тора. Ҡәләм тирбәтеүселәрҙең һәр һүҙе берҙәмлеккә, Еңеүгә хеҙмәт итергә тейеш” – тигән фекерен еткерҙе .
Район мосолмандарының имам- мөхтәсибе Айрат хәҙрәт Амантаев фекер алышыуға ҡушылып, халыҡтар берҙәмлегендә диндарҙарҙың роле хаҡында һөйләп үтте. «Ғибәҙәтханаларға йөрөүселәрҙең һаны арта барыуы ҡыуандыра, -тине ул. – Бигерәк тә йәштәрҙең дингә ылығыуы күҙгә ташлана. Район үҙәгендә бына тигән сиркәү эшләп тора, мәсетебеҙ бар. Дин булған ерҙә тәртип, бер-береңә ихтирам арта, милләт-ара, дин-ара берҙәмлек нығый. Илебеҙ именлеге өсөн көрәш юлында йөрөгән яҡташтарыбыҙға бағышлап доғалар уҡып торабыҙ, ер-йөҙөндә һуғыш-талаш булмаһын ине”.
Түңәрәк өҫтөлдә ҡатнашыусылар эшлекле һөйләшеү, фекер алышыуҙан һуң Рәсәй флагына арналған сарала һәм Йылайыр ауылы урамында барған байрам уртаһында булдылар.
Розалия Такалова.
Автор фотоһы.